Дуҫтар! Бөгөн һеҙҙе Ейәнсура районының Сирғол мәктәбе уҡыусылары үҙ ауылы тарихы менән таныштырмаҡсы. Һүҙ — уларға.
Сирғол уҙамандың рухы иҫәнАуылыбыҙға Сирғол исемле ҡарт нигеҙ һалған. Ул әүлиә булған, тиҙәр. Халыҡты алдағы көндә нимә көткәнен иҫкәртеп, тейешле сара күреп торған. Хатта ҡаҙаҡ баҫҡынсыларының яуын да алдан әйткән. Абруйы ифрат ҙур булған уның.
Сирғол ҡарт ҡатыны, улдары менән Мыйыҡ кисеүенең аръяғында йәшәгән. Былтырғы шәжәрә байрамы тап ошо яланда үтеүе менән фәһемле булды. Байрам алдынан ауыл халҡы Сирғол уҙаман ерләнгән “Әүлиә ҡайыны” тирәһен кәртәләп алды, тәртипкә килтерҙе. Был ер хәҙер изге урын тип һанала.
Ирәндек ИШБАЕВ.
Тауҙар, йылғалар төйәгеТыуған төйәгем Сирғолдо тауҙар уратып алған. Уларҙың исеме — Олотау, Ослотау, Ҡаршытау. Ауылдың осондағы ҡуйы урман “Ҡапсыҡ” тип атала. Унда инеп китһәң, аҙашырлыҡ, исеме лә шул мәғәнәне аңлата.
Ауылдың уртаһынан Хәтирә йылғаһы аға. Нигеҙ һалған Сирғол ҡарттың ҡатынының исеме шулай булған, тиҙәр. Шулай уҡ Оло Һүрәм йылғаһы ла яҡын. Унда йәйгеһен рәхәтләнеп һыу инәбеҙ, балыҡ ҡармаҡлайбыҙ.
Ансар АҘНАҒОЛОВ.