Яуҙаштарының нәҫелдәре, һеҙ ҡайҙа?08.08.2015
Яуҙаштарының нәҫелдәре,  һеҙ ҡайҙа? Атайым Нуретдин Аҡманов Фин һуғышында ҡатнаша, пулемет ротаһы лейтенанты була. Сығышы менән ул элекке Чкалов өлкәһенең Ейәнсура районы Ырыҫҡол ауылынан, хәҙер был биләмә Ырымбур өлкәһенә ҡарай.

Миң­лекамал менән Бәҙретдин Аҡманов­тарҙың туғыҙ балаһы араһынан аслыҡ йылдарындағы мих­нәттәр аша тере сыҡҡан берҙән-бер улы булған Нуретдинде 1965 йылғаса зарығып көткәндәр. Ата­йыбыҙҙың 1942 йылдың февралендә Ленинград тарафтарында хәбәрһеҙ юғалыуы ғына мәғлүм.
Ғәзиз кешебеҙ менән бер дивизияла хеҙмәт иткән яугирҙәрҙең нәҫел-тоҡомон редакция аша беҙҙең менән бәйләнешкә инеүҙәрен һорайбыҙ.




Вернуться назад