Һәр уй-фекер беҙгә ҡәҙерле08.08.2015
Тотош республика, ил менән әҙерләнгән халыҡ-ара саммиттар ҙа үтеп китте. Тағы ла күркәмләнеп, йәнләнеп ҡалған Өфөбөҙҙө хәҙер инде ауылда кинәнеп ял итеп килгән уҡыусыларҙың, студенттарҙың шат тауыштары, көләс йөҙҙәре биҙәй. Эйе, йыл буйына сағыу йәй миҙгелен көтәбеҙ-көтәбеҙ ҙә, бай, мул осорҙоң һый-хөрмәтенә әүрәп, уның үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ буғай. Уңышҡа бай осор етергә лә ваҡыт аҙ ҡалып килә: тәбиғәт тә, күңел дә яйлап ҡына иҙрәткес көҙ моңона көйләнә. Йәшәйештең һәр минуты үҙ тәртибе, теүәл ваҡыты менән үтә һәм яҙ, йәй, көҙ, һалҡын ҡыш булһынмы – кеше күңеленә онотолмаҫ хәтирә, йылы иҫтәлектәр, йыр ҡалдыра.

Уҡыусыларыбыҙҙан редакцияға килгән хаттарҙа ла ошондай үҙенсәлекле кәйеф өҫтөнлөк итеүе асыҡ сағыла. Күптән түгел оло тантана булараҡ билдәләнгән Еңеүҙең 70 йыллығына арналған яҙмалар әле лә байтаҡ.
Йәйге ял мәленә ҡарамаҫтан, гәзитебеҙҙең сайты, ғәҙәттәгесә, әүҙем фекер алышыу майҙансығы булып ҡала. Лариса Абдуллинаның мәркәзебеҙ мэры Ирек Ялалов менән ҡорған “Өфө – боронғолоҡ сығанағы һәм йәш ҡала” исемле әңгәмәһе, Алһыу Әһлиуллинаның Лондонда йәшәгән ағалы-ҡустылы Рәмил Шәймәрҙәнов, Салауат Ғәлиуллин менән һөйләшеүе – “Һағындыра бит ул тыуған яҡ...” яҙмалары иң популяр тип табылып, уҡыусыларҙың йылы фекерҙәренә лайыҡ булды. “Яҡты доғам минең – Салауат!” исемле мәҡәлә иһә түбәндәгесә баһа алды: “Уҡығас, күҙҙән йәштәр атылып килеп сыҡты. Ошондай шәхес менән бер милләттән, бер тамырҙан булыуыбыҙға күңел һөйөндө лә, уның бөйөклөгөн яңынан тәрән тойоуҙан нисектер тетрәнеп тә китте. Их, лайыҡ вариҫтар булырға ине уның кеүек батырҙарға! Салауатыбыҙҙың яҡты һыны күҙ алдын балҡытып үтеп киткән һымаҡ булды... Шиғырҙы уҡығас, шағирҙар беҙҙең ише ябай кеше түгел, улар икенсе, юғары заттандыр ул, тип тағы телһеҙ ҡалдым. Сөнки һеҙҙең аң-зиһенегеҙ, күңел пәрҙәләрегеҙ өсөн сиктәр ҙә, кәртәләр ҙә, арауыҡтар ҙа юҡ. Шуға ла һеҙҙең, шағирҙарҙың, һүҙе бар тарафтарға тарала, бикле йөрәк йоҙағын да улар ауырлыҡһыҙ вата, ваҡыт та улар өсөн бер ни тормай. Шағирҙарҙың таланты хайран итә...”
Гәзит уҡыусыларҙан килгән ошондай рухлы, ихлас хаттар редакция өсөн икеләтә шатлыҡ һәм илһам сығанағына әүерелә. Әүҙем, емешле аралашыуҙы артабан да дауам итәйек. Шулай уҡ башҡорт публицистикаһын үҫтереү, милли матбуғатты тәрән фекерле һәм үткер мәҡәләләр менән байытыу маҡсатында быйыл да гәзитебеҙҙең Ризван Хажиев исемендәге премияһына ижади конкурс барыуы хаҡында хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ. Бында журналистар ғына түгел, һөнәре буйынса ижади йүнәлештә эшләмәгән һәүәҫкәрҙәр ҙә ҡатнаша ала. Яҙмаларға төп шарт – публицистик рух, аналитик фекерләү, көнүҙәк тема.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, ятып ҡалғансы, атып ҡал тигәндәй, йәйге мәшәҡәттәрҙән бер аҙ арынып, ҡәләм тирбәтеп ҡарарға ла иренмәгеҙ. Хаттар яҙығыҙ, ауыл-ҡалағыҙҙа, эргә-тирәгеҙҙә булып үткән әһәмиәтле хәл-ваҡиға, һоҡланғыс шәхестәр, тарихи дәлилдәр тураһында бәйән итеп тороғоҙ.




Вернуться назад