“Башҡортостан”ға рәхмәт!07.08.2015
Былтыр Әлшәй районының Ҡыҙыл ауылындағы табип амбулаторияһына ябылыу ҡурҡынысы янағайны. Ул йыл аҙағында көндөҙгө стационарға ғына ҡалдырылды. Ҡыҙыл ауылы биләмәһенә ҡараған тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәгәндәр ошо хаҡта “Башҡортостан” гәзитенә мөрәжәғәт итте. Редакцияның ярҙамы менән февраль айынан ул яңынан эшләй башланы. Район үҙәгенән 40 — 60 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан ауылдар өсөн был ваҡиға ҙур шатлыҡҡа әйләнде.
Халыҡ исеменән “Башҡортостан” гәзите редак­цияһына сикһеҙ ҙур рәхмәтемде белдерәм. Дауа­хананың баш табибы Зөлфирә Сәхипгәрәева етәк­селегендәге коллектив бөгөн дә, нәҡ элекке кеүек, бар күңелен һалып халыҡҡа хеҙмәт итә, сирләп киткән кешеләр, әленән-әле дауаханала ятып, һаулығын нығытып сыға ала. Ошо оло ҡыуаныс түгелме? Халыҡ шатлығы ғүмерлек булһын ине, тип кенә теләргә ҡала.

Клара ТУҠАЕВА,
Үрәҙмәт ауылы старостаһы.




Вернуться назад