Гөлшатты Ҡытайҙа көтәләр!07.08.2015
Гөлшатты Ҡытайҙа көтәләр! Яңыраҡ Чебоксар ҡалаһында еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. Ярышта Белорет һылыуы Гөлшат Фазлетдинова, биш километрға йүгереп, көмөш миҙал яуланы.

Был турнир Пекинда уҙғарыласаҡ донъя чемпионаты өсөн һайлап алыу туры ине. Тимәк, башҡорт ҡыҙы 22-30 августа Ҡытайҙа үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.
Әйткәндәй, 22 йәшлек Гөлшат Фазлетдинова бихисап уңыштарға өлгәшеп өлгөрҙө. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы, йәштәр араһында Европа чемпионы дәрәжәһенә күтәрелде. Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. Сәмсел, тырыш ҡыҙға алдағы ярышта уңыш теләйбеҙ!




Вернуться назад