Агитация башланды07.08.2015
Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауға кандидаттарҙы теркәү тамамланыу менән, мөһим осор – агитация башланды. Нисек кенә булмаһын, һайлау һөҙөмтәһе депутатлыҡҡа кандидаттың һәм уның командаһының һайлау алды агитацияһын ни тиклем оҫта һәм һөҙөмтәле үткәреүенә бәйле.
Күмертау һайлау округы буйынса теркәлгән кандидаттар араһында “Кумертауское время” һәм “Юшатыр” гәзиттәрендә бушлай һәм түләүле нигеҙҙә һайлау алды материалдарын баҫтырыуға майҙан бүлеү буйынса йәрәбә һалынды. Территориаль һайлау комиссияһы ҡарары менән теркәлгән кандидаттарға һәм уларҙың ышаныслы вәкилдәренә һайлаусылар менән осрашыу өсөн 60 минутҡа тиклем ваҡыт билдәләнде. Ҡала округы хакимиәте бының өсөн уңайлы бина бирҙе.
Күмертауҙа 51 504 һайлаусы теркәлгән, 26 һайлау участкаһы билдәләнгән. Сараны әҙерләү, үткәреү территориаль һәм 26 участка һайлау комиссияһына йөкмәтелгән. Участка һайлау комиссиялары составы 2013 йылда сәйәси партиялар, ҡала округы Советы, йәшәү һәм эшләү урыны буйынса һайлаусылар йыйылыштары тәҡдимдәре нигеҙендә төҙөлгән. Уларҙа хәл иткес тауыш биреү хоҡуғы булған 317 комиссия ағзаһы эшләй. Күптәре бер нисә һайлауҙа эшләп тәжрибә туплаған. Участка һайлау комиссиялары ағзалары өсөн уҡыу ойоштороу ҡаралған.