Ваҡытынан алда тауыш бирергә мөмкин07.08.2015
Урындағы һайлауҙарҙа тәүге тапҡыр ваҡытынан алда тауыш бирергә мөмкин буласаҡ. Командировкаға китеү йәки отпускыға сығыу сәбәпле 13 сентябрҙә тауыш бирә алмаған һайлаусы 2 сентябрҙән 12-һенә тиклем үҙенең участкаһында ваҡытынан алда быны эшләй ала.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев «Рәсәй радиоһы (Башҡортостан)» каналының «Иғтибар үҙәгендә» тапшырыуында һайлау ҡануниәтендәге яңылыҡтар хаҡында һөйләне.
Ул тыңлаусыларға быйылғы тауыш биреү көнөнә әҙерлек барышы, уның үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт бирҙе. Әгәр 2011 йылда урындағы үҙидара органдарына һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй», КПРФ, ЛДПР һәм «Ғәҙел Рәсәй» партиялары ғына кандидаттарын күрһәтһә, был юлы уларҙың һаны 11-гә етте.




Вернуться назад