“Росстат”тың белгеһе килә07.08.2015
Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостандағы территориаль органы октябрҙең 1-енән 31-енә тиклем “Социаль-демографик тикшереү - 2015” үткәрәсәк.
Бындай халыҡ иҫәбен алыу әлеге социаль-демографик хәл тураһында аныҡ мәғлүмәт бирәсәк, йәмғиәтте артабан үҫтереү өсөн ниндәй программалар ҡабул итергә кәрәклеген аныҡлаясаҡ, халыҡтың яҡланмаған ҡатламына ярҙам итеү ысулдарын табырға ярҙам итәсәк.
Тикшереү барышында Рәсәй буйынса яҡынса 2,5 миллион кеше һорауҙарға яуап бирәсәк. Әгәр һеҙҙең фатир йә йортоғоҙ осраҡлы рәүештә һайлап алынған икән, октябрь дауамында Росстат хеҙмәткәре мотлаҡ киләсәк.
Халыҡтан һорау алыуға йәмғеһе 6 мең яҙып алыусы йәлеп ителәсәк.