Йөрәк менән йөрәк ҡауышһын07.08.2015
“Башҡортостан” гәзитендәге ошо руб­рика ярҙа­мын­да бер һылыу менән танышып, матур ғына аралаша инек. Әммә авария­ға осрағандан һуң, телефонымдың SIM-картаһы юғалды, үҙ сиратында, танышым менән дә бәйләнеш өҙөлдө. Мөмкин булһа, уның менән артабан да аралашыр инем. Исеме Динә, Сибай ҡалаһында йәшәй, 28 йәш, тыуған көнө – 22 июль, 2-се төркөм инвалиды.
Ошо һылыуҙы белгән, күргән кешеләр булһа, миңә 8-963-898-63-81 номеры буйынса шылтыратһын ине.


№ 21.

Миңә 28 йәш, ике юғары белемгә эйәмен. Тыныс холоҡломон, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Буйым – 152 см, насар ғәҙәттәрем юҡ. Бер тапҡыр кейәүҙә булдым, 4 йәшлек улым бар. Ғаилә ҡороу ниәтендә 28 - 35 йәшлек башҡорт, татар йә урыҫ милләтле ир-егет менән танышырға теләйем. Ир-аттың араҡы-һыра менән артыҡ мауыҡмауы шарт. Буйы минән 10 – 20 см оҙонораҡ булһа һәйбәт тигән теләктәмен. Минең менән бәйләнеш ошо адрес буйынса: http://vk.com/id191608441
№ 22.

Насар ғәҙәттәре булмаған 29 йәшлек башҡорт егете 25 – 29 йәшлек намыҫлы, алдашыуҙы белмәгән, донъя көтөрлөк, шулай уҡ эсмәгән-тартмаған башҡорт ҡатын-ҡыҙы менән танышырға теләй. Ул үҙе Нуриман районынан, Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй. Ҡыҙҙың да Өфөлә булыуы яҡшы, тигән фекерҙә. Телефоны: 89374834712. “Бәйләнештә селтәрен­дә”: ­http://vk.com/id308614097


№ 23.

Миәкә районында йәшәүсе 42 йәшлек инвалид ир-уҙаман, уны аңларға һәләтле ҡатын-ҡыҙ менән танышып, ғаилә ҡорорға теләй. Бығаса өйләнмәгән. Уның менән редакция аша бәйләнешкә инергә мөмкин.


Вернуться назад