“Тәмләп сәй эсербеҙ”07.08.2015
“Тәмләп сәй эсербеҙ” Балтас районы үҙәгендә йәшәгән Фәнүзә Дилмәева – “Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫы.

– Бер ваҡытта ла гәзит алдырмай ҡалғаным юҡ. Башҡорт баҫмаларынан тыш, “Аргументы и факты”, “Комсомольская правда” гәзиттәрен яратам. Быйыл ғына “Башҡортостан “Йома”-ға яҙылдым, күҙҙәрем насар күрә башланы, бөтөн һандарҙы ла уҡып сыға алмайым, – ти.
Фәнүзә инәй – өс бала әсәһе. Балаларының барыһы ла тормошта үҙ урынын табып, матур ғаилә ҡороп, әсәләрен ҡыуандырып йәшәй. Ейәнсәрҙәренең уңыштарына һөйөнә ул.
Фәнүзә Дилмәева, ейәндәрем имтихан тапшырып ҡайтҡандан һуң, тәм-том бешереп, лотореяла отҡан сәйнүгемдән мәтрүшкәле сәй эсерермен, тип оҙатып ҡалды.







Вернуться назад