Ғәлиә өләсәйем менән Әхмәҙинур олатайым, оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ең һыҙғанып донъя көтә.
Өләсәйем — Әбйәлил районының Мишәр, ә олатайым Мәхмүт ауылында тыуып үҫкән. Йәш саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән. Бик күп ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан ҡәҙерлеләрем. Шуға улар тормоштоң ҡәҙерен белә, матур итеп йәшәй. Мал тәрбиәләйҙәр, баҡса үҫтерәләр. Өләсәйем йырларға, таҡмаҡ әйтергә ярата. Ҡайһы берҙәрен беҙ ҙә отоп алырға тырышабыҙ.
Ҡулы ла алтын өләсәйемдең! Бер ҙә, ҡартайҙым, тимәй, һаман да беҙҙе хәстәрләй. Бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәренә күңел йылыһы күскән кеүек.
Һөйөклө, яғымлы өләсәйем һәм олатайым! Беҙҙе һөйөндөрөп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерегеҙ, ҡәҙерлеләрем!
Эльвира ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Һаҡмар мәктәбе уҡыусыһы.
Баймаҡ районы.