ЙОНДОҘНАМӘ07.08.2015
ҠУҘЫ (21.03 – 19.04).
Ниндәйҙер үҙгәрештәргә өмөт итер мәл түгел. Хәл-ваҡиғалар ағышы һеҙҙең һәм әйләнә-тирәләге кешеләрҙең кәйефенә бәйле. Бөгөн маҡсаттарығыҙға ирешә алмаһағыҙ, иртәгә, һис шикһеҙ, бөтәһе лә уңай барыр. Алданыу мөмкинлеге бар, шуға аҡсағыҙҙы һаҡлап тотоғоҙ. Вәғәҙә бирмәгеҙ, үтәй алмаҫһығыҙ.
БУҒА (20.04 – 20.05).
Күптән күрмәгән кешеләр менән осрашырһығыҙ. Эске тойомлауҙың көслө мәле, шуға тормош ебәргән билдәләрҙе күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Ошо арала күптән борсоған һорауҙарға яуап табырһығыҙ.
ИГЕҘӘКТӘР (21.05 – 21.06).
Кәйефегеҙ күтәренке булыр, көтөлмәгән хәл-ваҡиғалар тик ыңғай тәьҫораттар бүләк итер. Икенсе яртығыҙ менән аралар боҙола ҡалһа, артыҡ хис-тойғоларға бирелмәгеҙ. Хәл үҙенән-үҙе яйланыр. Әлеге мәлдә аҡсаны бары тик күсемһеҙ милек алыуға ғына тотонорға мөмкин. Бурыстарығыҙ булһа, уларҙан ҡотолорға тырышығыҙ.
ҠЫҪАЛА (22.06 – 22.07).
Яңғыҙлыҡҡа ынтылырһығыҙ. Ял көндәрен ғаиләгеҙ менән үткәрегеҙ. Үҙегеҙ менән ҙур күләмдә аҡса алмағыҙ, йә урларҙар, йә юғалтырһығыҙ. Эштә көтмәгәндә тикшереү килеүе ихтимал.
АРЫҪЛАН (23.07 – 22.08).
Тормошоғоҙҙа ҙур үҙгәрештәр көтөлә. Аҙнаның беренсе яртыһында бөтөн эштәрегеҙҙе тамамлап ҡуйырға тырышығыҙ. Хыялдарҙың тормошҡа ашыр мәле.
ҠЫҘ (23.08 – 22.09).
Төрлө эшкә тотонорға, ҡатмарлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкин, тик эргәгеҙҙә ышаныслы кешеләр булһын. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгеҙ.
ҮЛСӘҮ (23.09 – 22.10).
Әүҙемлек күрһәтер мәл. Ҡул етмәгән эштәрҙе атҡарып сығығыҙ. Быға тиклем аҡса килтермәгән проекттарҙан килем алырһығыҙ. Әммә алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу бик күп ваҡыт һәм көс талап итәсәк. Быға әҙер булыу зарур.
САЯН (23.10 – 21.11).
Сәйер эштәргә йәлеп итергә тырышасаҡтар. Шик тыуҙырған бар тәҡдимдәрҙән дә баш тартығыҙ. Үҙ мәнфәғәттәрегеҙҙе генә ҡайғыртһағыҙ, уңыш йылмайыр. Етәкселек менән аралар яҡшырған мәл: үтенестәрегеҙ менән мөрәжәғәт итеп ҡалығыҙ. Мөмкинлек тыуғас та, ял алырға тырышығыҙ.
УҠСЫ (22.11 – 21.12).
Йыш ҡына юлға сығырһығыҙ. Осрашыу һәм килешеүҙәр һөҙөмтәле булыр. Шәхси тормошоғоҙҙа ла барыһы ла көйлө барыр. Әммә насарлыҡ теләгән кешеләр менән был арала осрашмаҫҡа тырышығыҙ.
ЫЛАҠ (22.12 – 19.01).
Барлыҡ өлкәләрҙә лә уңыш йылмая. Ошо осорҙо файҙаланып, тормошо­ғоҙға икенсе күҙлектән ҡарағыҙ. Яңыса йәшәй башларға ваҡыт.
ҺЫУҒОЯР (20.01 – 18.02).
Уңышлы аҙнаға аяҡ баҫаһығыҙ. Көтөлмәгән отоштар булыр. Яратҡан шөғөлөгөҙ тик ыңғай тәьҫораттар килтерер. Ижад кешеләре илһамланып, яңы әҫәрҙәр яҙыр.
БАЛЫҠ (19.02 – 20.03).
Ғаиләгеҙгә күберәк иғтибар бүле­геҙ. Атай-әсәйегеҙ һеҙҙең ярҙамға мохтаж. Ҡунаҡтар тупһағыҙҙы һы­уытмаҫ. Гел юлда булырһығыҙ. Эштә лә барыһы ла ыңғай барыр.


Вернуться назад