“Үҙе бысраҡ, үҙе тәмле…”07.08.2015
* * *
Гүзәлиә өләсәһе менән йомаҡ ҡоя. Үҙенә сират еткәс:
– Үҙе бысраҡ, үҙе тәмле, был ни? – ти.
– Китсәле, бысраҡ нәмә тәмле булмай инде, – ти өләсәһе.
– Була, йыуылмаған алма…
* * *
Йәй еткәс, ҡаҙ себештәре алдыҡ. Нуриман менән Гүзәлиә урамда тегеләй-былай эшем эйәһе булып йөрөй. Иғтибарлап ҡараһаҡ, бер себеште тотоп алып әле биҙрәләге, әле кәритәләге һыуға тығып йыуындыралар. Аҙаҡ Гүзәлиә:
– Беҙ иң беренсе ошо һыуға, аҙаҡ ошо һыуға тыҡтыҡ. Шунан себеш үлергә риза булды, – тип һөйләй. Тәүҙә һыуға төшөр­гән­дә тыпырсынып үлергә риза булмағандыр инде.
* * *
Ҡыҙым өләсәһе, ҡустыһы Нуриман менән китап ҡарап ултыра.
– Был – болан, – ти өләсәй кеше.
– Нуриман, болан тип әйтә алмаһаң, һыйыр тип әйт тә ҡуй, – ти Гүзәлиә, һыйырҙы танышыраҡ күреп.
* * *
Тәрбиәсе биш йәшлек малайҙан һораша:
– Илдар, хәлдәрең нисек?
– Яҡшы.
– Әсәйең ни хәлдә? Һуңғы арала күренгәне юҡ, әллә ауырып киттеме?
– Әҙерәк кенә ауырый шикелле.
– Ҡайһы ере ауырта һуң?
– Целлюлиты…
* * *
Сәлимде атаһы әрләп алды.
– Кейемдең ҡәҙерен белмәйһең бер ҙә, – тине. – Бынау күлдәктәрҙе икебеҙ бер көндө алғайныҡ бит. Минеке өр-яңы әле. Ә һин өҙгөләп тә бөткәнһең.
– Әһә, – тине Сәлим, – бер көндә алһаҡ та мин кистән үк кейеп ятҡайным бит...
* * *
– Насип, әйт әле, Белоруссияла ҡыҙыл төҫтә ниндәй ҡаҙылма байлыҡтар бар?
– Бәрәңге.
* * *
Әүәле була был хәл. Уҡытыусы һарыҡ йөнөнөң нисек туҡымаға әүерелеүе тураһында һөйләй.
– Ҡырҡып алғас, йөндө сүп-сарҙан та­ҙарталар, иләйҙәр. Машиналар уны туҡыма итеп сығара. Ул туҡымаларҙан төрлө әйберҙәр тегеп була. Аңланығыҙмы инде, балалар?
– Аңланыҡ, аңланыҡ!
– Йә әле, Ильяс, әйт, һинең салбарың нимәнән тегелгән булып сыға инде? – тип һорай уҡытыусы.
Ильяс аяғүрә баҫа ла:
– Минең салбарым әсәйемдең итәгенән тегелгән, – ти.



Вернуться назад