ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ07.08.2015
Хәҙер түләргә кәрәк

Ирем 2003 йылда уҡ атаһынан мираҫ булып ҡалған ер участкаһын ҡабул итеп алғайны. Әле уны хосусилаш­тырырға йөрөйбөҙ. Урындағы хакимиәттә, 2001 йылдан уны бушлай атҡарып булмай, кадастр хаҡын түләргә кәрәк, тигәндәр. Был, ысынлап та, шулаймы?

Нәфисә.

Бөрө ҡалаһы.


Әгәр ирегеҙгә йорт мираҫ булып ҡалған икән, уны һәм шул иҫәптән ерҙе лә бушлай хосусилаштыра алаһығыҙ. Бының өсөн урындағы хакимиәткә түгел, тәү сиратта “Росреестр”ға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ә кадастр хаҡы уның планына ҡарап билдәләнә. Уның күләмен иһә былай ғына әйтеп булмай, сәнки күп кенә факторҙарға бәйле.


Нисек фатирлы булырға?

Эш хаҡым ҙур түгел. Өҫтәүенә, ҡуртымға алынған фатирҙа йәшә­йем. Ипотека юллайым, тигәйнем, банк рөхсәт бирмәне. Беренсе тап­ҡыр түләргә тейешле аҡсанан тыш, нисек фатирлы булырға икән?

Зилиә.

Сибай ҡалаһы.


Ҡануниәт бер нисек тә банктар эшмәкәрлеген сикләй алмай. Улар үҙҙәре ҡарар ҡыла. Ссуда биреү-бирмәүгә килгәндә лә, үҙҙәре хәл итә, сөнки аҡса уларҙыҡы бит. Беренсе түләүһеҙ ипотеканы бар финанс ойошмалары ла биреп бармай. Иҡтисади көрсөк осоронда кем кешегә ышанып барһын инде? Әгәр эш хаҡығыҙ бәләкәй икән, аҙаҡ ипотеканы нисек түләргә уйлайһығыҙ? Проценттар һәм штрафтар менән йон­сотоуҙары ихтимал. Кредит – ул бик етди мәсьәлә. Шуға уға еңел генә ҡа­рарға ярамай. Әгәр киләһе көнгә ышанысығыҙ ныҡлы түгел, эш хаҡығыҙ бәләкәй икән, ипотеканы рәсми­ләштереү кәрәкме икән?

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.


Вернуться назад