Ҡурҡыныс киосктар07.08.2015
Ҡурҡыныс киосктар Ҡаланың тышҡы йөҙөн тейешле хеҙмәттәр йыл әйләнәһенә иғтибарҙа тота. Терминология комиссияһы ағзалары учреждение һәм ойошма алтаҡталарының дөрөҫ яҙылышын даими тикшерһә, хакимиәттең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге магазиндарҙың, төрлө сауҙа павильондары һәм киосктарҙың дөйөм торошон күҙ уңынан ысҡындырмай. Был бүлектең яуаплы хеҙмәткәрҙәре ойошторған һуңғы рейдтың төп маҡсаты автобус туҡталҡаларындағы стационар булмаған сауҙа нөктәләренең торошон тикшереү булды.

Рейд барышында ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге етәксеһе Глүзә Гәрәева биш үҙәк урамда 61 һатыу нөктәһе – киоск, павильон һәм туҡталышта сауҙа комплексы – булыуы тураһында мәғлү­мәт бирҙе. “Ҡаланы төҙөкләндереү һәм уның санитар торошо ҡағиҙәләре”нә ярашлы, стационар булмаған һатыу нөктәләре урын­лашҡан ҡоролмалар, уларҙың ҡоймалары һәм башҡа ҡорамалдары йылына кәмендә бер тапҡыр буялырға тейеш. Шулай уҡ уларҙың һәм эргә-тирәләге майҙансыҡтарҙың даими йыйыштырылып, сүп-сарҙан таҙар­тылып тороуы мотлаҡ.
Ҡурҡыныс киосктарАсыҡланыуынса, ҡалалағы был объект­тарҙың яртыһы ғына тейешле шарттарҙа тотола. 25 сауҙа нөктәһенең хужалары һәм ҡуртымға алыусылары алда әйтелгән ҡағи­ҙәләрҙе бөтөнләй һанға һуҡмай. Был бигерәк тә туҡталышта һатыу комплекстарына хас: улар буялмаған, ҡоролмаларға белдереүҙәр йәбештерелеп, төрлө йөкмәткеле текстар яҙылып бөткән, биләмәләре бөтөнләй ҡарал­май. Бындай хәлде бөтөрөү маҡсатынан ҡала хакимиәтенең сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ бүлеге, һатыу нөктәләрен тейешле тәртипкә килте­реүҙе талап итеп, хужаларына рәсми хаттар ебәргән. Ҡуйылған талаптар үтәлмәгән ос­раҡта Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырылыу ихти­мал­лығы хаҡында киҫәтелә: айырым граждан­дарға ике мең һумдан өс мең һумға тиклем, вазифалы шәхестәргә — 10-дан 15 мең һумға ҡәҙәр, ә юридик шәхестәргә 50 меңдән 100 мең һумғаса штраф һалыу ҡаралған.
— Әлбиттә, стационар булмаған сауҙа нөктәләренең хужалары менән штрафтар аша ғына һөйләшергә йыйынмайбыҙ, — тип билдәләне рейд барышында Глүзә Әҙип ҡыҙы. — Уларҙың ҡаланың тышҡы торошо һәм матурлығы өсөн үҙҙәренең яуаплылығын тулыһынса аңлауы – беҙҙең өсөн төп шарт. Шуға ла был объекттарҙың хужаларын һәм ҡуртымға алыусыларын эште ҙурға ебәрмәй, үҙ биләмәләрен тейешле тәртипкә килтерергә саҡырам.
Алты сауҙа нөктәһе һуңғы йылдарҙа бөтөнләй файҙаланылмай, уларҙың ҡайһы берҙәре ташландыҡ хәлгә килгән. Дзержинский һәм Ленин урамдарында урынлашҡан киосктар — нәҡ шундайҙар рәтендә. Уларҙы ҡуртымға алған өсөн Хисмәтуллина ханымдың 100 мең һумдан ашыу бурысы ла йыйылған.
Еңеү, Социалистик урамдарындағы туҡта­лышта сауҙа комплекстарын ҡуртымға алған эшҡыуар ҙа уларҙы бөтөнләй файҙаланмай. Һөҙөмтәлә йәмәғәт урыны ташландыҡ хәлдә.
Ҡурҡыныс киосктарТөҙөүселәр урамындағы 51-се йорт эргә­һендәге киоск та бикле тора. Уның тышҡы күренешенең йәмһеҙлеге! Урамдың 39-Б адресында урынлашҡан киоск та ошондай уҡ хәлдә ҡаршыланы.
Рейд барышында Глүзә Гәрәева, үҙ маҡ­сатында файҙаланылмаған сауҙа нөктәләре торошона тейешле аңлатмалар биреп, улар­ҙы ҡуртымға алыусылар менән килешеү­ҙәр­ҙең өҙөләсәген белдерҙе. Артабан ав­тобус туҡталҡаларында урын­лашҡан ҡоролмалар ҡуртымға алыусылар иҫәбенә һүтеләсәк.


Вернуться назад