Һин яуланың миңә бәхетте!05.08.2015
(Билдәһеҙ һалдатҡа хат)

– Һаумы, һалдат! – тиеп хат башлайым. –
Ни хәлдәрҙә генә йәшәйһең?
Тыуған яҡтан килгән хат-хәбәрҙе
Уҡыйһыңдыр, беләм, кистәрен.

Мин дә һиңә сәләм яҙмаҡсымын,
Булмаһаҡ та туған, таныш та.
Йәшәйем мин бөгөн тыныслыҡта –
Һин яуланың уны һуғышта.

Атайым бар минең, әсәйем дә,
Фатирыбыҙ йылы һәм яҡты.
Бары китаптарҙан уҡып беләм
Аяуһыҙ һәм яуыз һуғышты.

Беҙҙә тыныс, ләкин Украина
Хафа һалып, күңелде өйкәй.
Ҡырыҫ йәндәр матур ҡалаларын
Үҙ ҡулдары менән дөмбәҫләй.

Һәр көн яҙып, күрһәтеп торалар
Емерелгән ҡала-ауылды.
Подвалдарҙа ҡасып ғүмер иткән
Балаларҙы, ябай халыҡты.

Күп уйланым, яҙмаҫҡамы әллә,
Кәйефеңде ҡырғым һис килмәй.
Әммә шуны беләм: алдашыуҙы,
Ялғанлыҡты йәнең, юҡ, һөймәй.

Иң ҙур теләгем – һине осратып,
Сәскә гөлләмәләре биреү,
Ысын батыр ниндәй икәнлеген
Ситтән генә булһа ла күреү.

Айгөл ХӘКИМОВА,
124-се мәктәп уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы.



Вернуться назад