Нефтекама йыйынға әҙерләнә05.08.2015
Ғәҙәттәгесә, августа педагогик йәмәғәтселек мәғариф кәңәшмәһенә йыйыла. Быйылғы сара Нефтекама ҡалаһында була.

– Йыйынға ныҡлы әҙерлек бара, – тинеләр урындағы хакимиәттең мәғариф идаралығында. – Күптән түгел ҡалала республика Мәғариф министрлығы, Башҡортостан Мәға­рифты үҫтереү институты вәкилдәренән бер төркөм килеп, әҙерлек барышы менән танышты.
Кәңәшмә барышында ҡаланың төрлө уҡыу йорттарында биш майҙансыҡ эшләүе көтөлә. Уларҙа мәғарифтың көнүҙәк мәсьәләләре асыҡланасаҡ, Нефтекама педагогтарының эш тәжрибәһе күрһәтеләсәк, яңы проекттарға исем туйы уҙғарыласаҡ.
Быйылғы кәңәшмәнең темаһы – “Өҙлөкһөҙ белем биреү һәм берҙәмлек нигеҙендә төбәкте үҫтереү стратегияһы”. Нефтекама педагогтары шулай уҡ һаулығы буйынса мөм­кин­леге сикләнгән балаларҙы заманса уҡытыуға яраҡлаш­ты­рыу, мәғариф тармағын мәғлүмәтләштереү кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе лә күтәрмәксе. Майҙансыҡтар эшендә уҡыу­сы­лар ҙа әүҙем ҡатнашасаҡ: авторлыҡ проекттарын күрһә­тәсәк, электрон белем алыуҙағы ҡаҙаныштары хаҡында бәйән итәсәк.





Вернуться назад