
Кемдәр генә белмәй был мәктәпте,
Кем үтмәгән уның һуҡмағын?
Стәрлегә килгән һәр иптәштең
Теләр инем бында туҡтауын...
Хәким ҒИЛӘЖЕВ.
В.И. Ленин исемендәге лицей-интернат эргәһендә 1975 йылдың майында, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап, Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн яу ҡырында ятып ҡалған уҡытыусылар, тәрбиәселәр, уҡыусылар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйылған. Унда алтын хәрефтәр менән 60 исем яҙылған.Араларында киң билдәле әҙиптәр бар. Мәҫәлән, Сәғит Мифтахов – директор урынбаҫары, тарих уҡытыусыһы, драматург; балалар йортонда тәрбиәләнгән шәхестәр Хәй Мөхәмәтйәров (шағир), Ғайса Йосопов (хәрби табип, Ленинград хәрби медицина академияһын тамамлаған), Сыңғыҙ Ханов (журналист-яҙыусы), Мазһар Абдуллин (шағир), Хөрмәтулла Хәйруллин (шағир) һәм башҡалар.
Күренекле яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Башҡорт дәүләт университеты доценты Әмир Чанышев былай тип яҙа: “1927 йылдың яҙы ине. Бер төркөм малайҙар Ағиҙел ярында һыу ташҡанын күҙәтеп ултырабыҙ. Йәшебеҙ, ҡылыҡ-холҡобоҙ менән бер төрлө түгел инек. Батыр Вәлид, Ғайса Йосопов барыбыҙҙан да өлкән, Рәшит Ниғмәтуллин менән мин – тиҫтерҙәр, Хәй, Мазһар һәм Хөрмәтулла – арабыҙҙа иң кеселәре. Холҡобоҙ буйынса бер-беребеҙгә оҡшамаһаҡ та, теләгебеҙ уртаҡ ине. Әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныу, ҡалалағы әҙәби түңәрәк йыйылыштарына йыш йөрөү, ҡайһы бер яҙыусылар менән яҡындан танышыу беҙҙә ижадҡа дәрт уятты.
Ағиҙелдең ташҡанын күҙәтеп ултыра торғас:
– Әйҙәгеҙ, егеттәр, барлыҡ ғүмеребеҙҙе әҙәби эшмәкәрлеккә арнарға ант итәйек, – тип әйтеп һалды Ғайса, ғәҙәтенсә, ҡулдарын болғай-болғай. Әңгәмә ҡуйырып китте, барыбыҙҙы ла рухландырҙы. Сирек быуаттан һуң, шулай уҡ, әгәр иҫән булһаҡ, ярты быуат үткәс, ошо урынға килеп, ниҙәр ҡылғаныбыҙ хаҡында Ағиҙелгә һөйләп бирергә ант иттек.
Ләкин осрашырға насип булманы. Һүҙ бирешкәнгә 25 йыл тулғанда баҡсаға Рәшит менән икәү генә килдек. Батыр Вәлид, иҫән булһа ла, һуҡырайғайны. Илле йыл үткәс иһә, мин япа-яңғыҙ ҡалдым. Башҡалар юҡ ине инде...”
Ә хәҙер Әмир ағай ҙа юҡ... Хәй Мөхәмәтйәров, Ғайса Йосопов, Мазһар Абдуллин, Хөрмәтулла Хәйруллин, Сыңғыҙ Ханов Ватаныбыҙҙың азатлығы, киләсәге өсөн яу ҡырында ятып ҡалды. Уларҙың шиғырҙарында түбәндәге юлдар бар:
Мин һине, илем,
Бирмәм һис кемгә,
Һинһеҙ тормош юҡ,
Йәшәү юҡ беҙгә. (М. Хәй).
Ватан – әсә.
Уның йәшәүе өсөн
Ҡыҙғанмайбыҙ ҡайнар ҡанды ла...
(М. Абдуллин).
Мин – ленинсы хәҙер!
Үткән ҡан түгеүҙә
Булмаһам да уны һаҡлаусы,
Алғы көрәш өсөн кәрәгем бар,
Мин буламын уның һалдаты.
(Х. Хәйруллин).
Мәктәп батыр улдарын һәм ҡыҙҙарын онотманы, уларҙың исемен мәңгеләштереп, һәйкәл ҡуйҙы. Илебеҙҙең төрлө ерендә йәшәгән сығарылыш уҡыусылары Бөйөк Еңеү көнөндә ҡәҙерле белем усағына йыйыла, һәйкәлгә сәскә һала, ҡаһармандарҙың рухы алдында баш эйә.
Тормош ғазаптарына, михнәттәргә дусар ителгән балаларҙы ошо мәктәп кеше итте, ата-әсәһеләй хәстәрләне, күркәм тәрбиә бирҙе бит.