Ибрай ауылындағы Ҡабра тауының түбәһендә бер нисә йыл инде “сәңгелдәк” бәүелә. Тирмә һынының ҡап уртаһына эленгән ул. Ҙур мәғәнәгә эйә ҡоролманы урынлаштырыу, уның өҫтөнә республиканың флагын ҡаҙау Рамаҙан Уликанов атлы уҙамандың башланғысы менән тормошҡа ашырылды.– Һәр кемдең тормош юлы сәңгелдәктән башлана, – ти ул. – Күптән түгел ҡоролма янында таҡмаҡ бәйгеһе үткәрелде. Ижад өлгөләре тыуған төйәк, сәңгелдәк, төндәрен бишек бәүетеп үткәргән әсәйҙәр тураһында булды.
Һүрәм йылғаһы туғайында иһә спорт майҙансығы менән сәхнә яһалды. Был эште йәш йүнсел Фаил Усманов туғандары, рухлы ауылдаштары, уҡыусылар ярҙамында атҡарып сыҡты.
– Был ике проекттың ауылдағы тормошто йәнләндереүҙә әһәмиәте ифрат ҙур, – ти Байдәүләт ауыл Советы рәйесе Шәһит Ҡолмөхәмәтов. – Уликанов та, Усманов та эште фәҡәт үҙ аҡсаһына башҡарҙы. Район етәкселеге иһә ауыл өсөн 100 мең һум самаһы бүлмәксе, уны майҙансыҡҡа электр үткәреү өсөн файҙаланырға ниәтләйбеҙ.
Элек-электән татыу, бер һүҙле, маҡсатлы, ижадҡа маһир, уҡымышлы халыҡ йәшәгән был төбәктә. Ҡайһы бер ауылдар тарҡалған, мәктәп, мәҙәниәт йорттары ябылған саҡта Ибрай үҫкәндән-үҫә. Ни өсөн тигәндә, унда бәхеттең ситтә түгел, ә тыуған ереңдә икәнлеген яҡшы белгән халыҡ йәшәй, илһөйәрлек тойғоһо балаларҙың күңеленә лә һалына. Һуңғы ике йылда ғына бында 19 йорт төҙөлөүе, мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙарҙың 80-гә тула барыуы – әйтелгән фекергә дәлил. Йүнселдәр иһә йәш быуын вәкилдәренең рухи һәм физик сәләмәтлеген хәстәрләй, хәләл көс менән алған табышын изге эштәргә йүнәлтә. “Сәңгелдәк” янына артылған, спорт майҙанында волейбол һуҡҡан, футбол типкән, биләмәләге көмбәҙле сәхнәлә бейеп-йырлаған балалар, һис шикһеҙ, Рамаҙан һәм Фаил ағайҙарына рәхмәтле, милләтенең лайыҡлы ул-ҡыҙҙары булып үҫер.