Йәшәү мәғәнәһен хеҙмәттә тапҡан05.08.2015
Йәшәү мәғәнәһен хеҙмәттә тапҡан Мәғариф тармағына заман технологиялары, яңыртыу алымдары индерелгән саҡта туған телебеҙ иғтибарға айырыуса ҙур мохтажлыҡ кисерә. Уны ҡулланыу йәһәтенән туҡтауһыҙ эш талап ителә. Был бурысты иңенә алған төп кешеләр – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Араларында Сибай медицина колледжының юғары категориялы педагогы Мәүлиҙә Килдебаева ла бар.


Уны башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас ба­ҫалҡы холоҡло, итәғәтле, әҙәпле, ярҙам­сыл, эшен намыҫ менән башҡарған төплө белемле уҡытыусы тип беләм. Халҡы­быҙҙың моңло йырҙарының береһе сығарылған ерҙә – Хәйбулла районының Таштуғай ауылында – тыуып үҫкән ул.
– Төйәгебеҙҙән өс саҡрым алыҫлыҡ­тағы Айғыртауҙа Көнһылыу ташы бар. Беҙ, бала-саға, шунда менә лә тирә-яҡты ҡарай торғайныҡ, – тип йылы хәтирә­ләргә бирелә Мәүлиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы. – Шәмсиһан ҡартәсәйем менән тау сейәһе, муйыл, еләк йыйырға йөрөй торғайныҡ. Ҡәҙерлем ҡарһүҙҙәрҙе, риүә­йәттәрҙе ифрат күп белер, Көнһылыу ташы тураһында ла һөйләр ине. “Таш­туғай” йырын да тәүләп унан ишеттем. Атайым да тарихты яҡшы белде, кистәрен төрлө мауыҡтырғыс хәл-ваҡиғаларҙы бәйән итә торғайны. Үҙем бәләкәйҙән йырларға, шиғыр һөйләргә яраттым.
Атаһы Мөхәмәтғәле Абдуллин 45 йыл колхозда тракторсы булып эшләй, бихисап наградаға лайыҡ була. Әсәһе Әминә апай фермала һыйыр һауа, быҙау ҡарай. Абдуллиндарҙың татыу ғаиләһендә өс ул, ике ҡыҙ хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә. Егеттәрҙең барыһы ла шофер һөнәрен үҙ итә, ҡыҙҙар иһә уҡытыусылыҡты һайлай. Мәүлиҙә Сибай педагогия училищеһын, унан БДУ-ның филология факультетын тамамлай. Ауыл мәктәбендә белем биргәс, 1998 йылда Сибайҙың ”ПолиТЭК” лицейына эшкә урынлаша. Тап ошонда ҡала шарттарында башҡорт телен уҡытыу методикаһын ныҡлап үҙләштерә ул.
– Хәҙер инде өс йыл медицина колледжында башҡорт телен уҡытам, – ти педагог. – “Медицина хеҙмәткәре була­раҡ, төрлө йәштәге кешеләр менән эшләйәсәкһегеҙ. Тимәк, башҡорт телен яҡшы белеү мөһим”, – тим студенттарға. Улар дәрестәремә теләп йөрөй. Телмәр үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирәм. Урыҫ төркөмөндә методик әсбаптар ет­мә­үен күҙ уңында тотоп, I курс өсөн ҡул­ланма сығарҙым. Китапты баҫты­рыу­ҙа колледж директоры Лилиә Ғилмул­лина ҙур ярҙам күрһәтте. II курс өсөн дә шундай уҡ ҡулланма әҙерләргә иҫәбем бар.
Мәүлиҙә Килдебаева сығарған ҡалын әсбап башҡорт телен дәүләт статусында өйрәткән башланғыс һәм урта һөнәри уҡыу йорттары педагогтары өсөн ҙур ярҙам буласаҡ. Ҡулланмала дәрестәр планы, төрлө грамматик күнекмәләр, контроль эштәрҙең варианттары, тестар, өҫтәмә мәғлүмәттәр тупланған, телмәр үҫтереүгә, диалог төҙөүгә өҫтөнлөк бирелгән. Ғөмүмән, методик әсбаптың йөкмәткеһе ифрат бай, уны башҡа кимәлдәге белем усаҡтарында ла ҡулланырға мөмкин.
Республикалағы медицина кол­ледж­да­рының башҡорт теле уҡытыусылары өсөн семинарҙар һуңғы йылдарҙа гел Сибайҙа уҙғарыла. Уларҙа Мәүлиҙә Килдебаева эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Тынғыһыҙ педагог колледжда кисәләр, осрашыуҙар, байрамдар ойоштороуға ла ваҡыт таба. Уның уҡыусылары республика конкурстарында, олимпиадаларҙа ҡатнаша, еңеү яулай.
Мәүлиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙының тәби­ғәт­тән бирелгән тағы бер үҙенсәлеге бар: ул – нәфис һүҙ оҫтаһы. Төрлө конкурста ҡатнашып, наградаларға лайыҡ булған. Йәнә бер бәйгелә сығыш яһарға әҙерләнә.
– Аллаһ Тәғәлә бүләк иткән ғүмерҙе матур итеп үткәрергә тейешбеҙ, – ти педагог. – Йәшәүҙең мәғәнәһе – яҡшылыҡ, изгелек эшләү, халҡыңа хеҙмәт итеү, илеңде, телеңде һаҡлау.

Рәсимә АЙСЫУАҠОВА,
Сибай башҡорттары
ҡоролтайы ағзаһы.



Вернуться назад