Ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡтар05.08.2015
Ошо көндәрҙә Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында бер ыңғай дүрт йорт янып китә. Янғын төшкөһөн башлана. Ике сәғәттән уны һүндереүгә өлгәшәләр. Бәхеткә күрә, йәрәхәтләнгәндәр һәм һәләк булғандар юҡ.

Фажиғә тураһында Бөрйән районы хаки­миәте башлығының беренсе урынбаҫары, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия рәйесе Ришат Айытбаев һөйләй:
– Бындай бәләнең сәбәбе йыш ҡына кешегә бәйле. Был юлы ла шулай булып сыҡты: йорттарҙың бере­һендә үҙ белдегенә мунсаға электр сымы үткәргәндәр. Ҡыҫҡа замыкание арҡаһында янғын башлана. Өҫтәүенә дауыл сыға. Янғын башланыу менән алты янғын һүндереү ма­шинаһы килеп етә. Ҡотҡарыу­сы­ларҙың оҫта эш итеүе арҡаһында ут артабан китмәй, юғиһә бөтөн ауыл юҡҡа сығыр ине.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 15 кеше, шул иҫәптән дүрт бала йортһоҙ ҡалды. Өйҙәр йәшәүгә яраҡһыҙ. Әлеге мәлдә ҡаза күреүселәр туғандарында урынлашҡан.
Ошо көндәрҙә бер көс булып тупланып, өмәгә сығасаҡбыҙ. Бәләгә тарыусыларға ярҙам күрһәтеү өсөн иҫәп асылды, унда аҡса күсерергә мөмкин. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы яңы өй һалыу өсөн һәр ғаиләгә 150 кубометр ағас бүлеп биреү тураһында ҡарар сығарҙы.
Әйткәндәй, үткән ял көндәрендә республикала 26 янғын теркәлгән, уның өсәүһе баш ҡалаға тура килгән. Утты һүндереүгә 58 берәмек техника, 157 хеҙмәткәр йәлеп ителгән.





Вернуться назад