Һаулығыңды тикшерт05.08.2015
3-өнән 7 авгусҡа тиклем Республика табип-физкультура диспансерында Физкультурниктар көнөнә арналған Асыҡ ишектәр аҙналығы ойошторола.
Был осорҙа теләүселәр бушлай тикшерелеп, сәләмәт йәшәү рәүеше, спорт медицинаһы, төрлө сирҙе иҫкәртеү буйынса кәңәштәр аласаҡ. Өлкәндәргә Сәләмәтлек үҙәгендә тын алыу, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһын, ҡандағы шәкәр, холестерин кимәлен тикшертергә мөмкин.
7 августа диспансерҙың тренажер залында кескәй спортсыларҙың күрһәтмә сығыштары, йога дәрестәре уҙғарыла, пилатес буйынса күнегеүҙәр күрһәтелә, шулай уҡ балалар өсөн уйын-эстафета ойошторола. Рәхим итегеҙ!
Республика табип-физкультура диспансерының адресы: Өфө ҡалаһы, Блюхер урамы, 1. Эш режимы: иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем.