Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙа сәйәси золом ҡорбандарына ҡуйылған һәйкәл төҙөкләндерелә.Яңы проектҡа ярашлы, уның ҡайһы бер өлөштәре алмаштырыласаҡ. Һәйкәлгә йән өрөүсе Леонид Дубинскийҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, был теләк 2001 йылда уҡ тыуған, ләкин уны тормошҡа ашырыу бер нисек тә мөмкин булмаған.
Ул саҡта алыҫ Карелиянан алып килгәндә үк ҡара мәрмәрҙә ярыҡтар табылған. Ваҡыт үтеү менән таш үтәнән-үтә тишелеп сыҡҡан, хатта һәйкәлдең ҡолау хәүефе тыуған.
Бынан тыш, эргә-тирәләге майҙан да үҙгәрәсәк. 150 урынға иҫәпләнгән автомобиль туҡталҡаһы, спорт һәм һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн майҙансыҡтар буласаҡ, аллея буйлап электр бағаналары ултыртыласаҡ.