Бураларға иген тула05.08.2015
Республика баҫыуҙарында ураҡ эше гөрләй. Бөгөнгә 278 мең тонна иген йыйылған.

Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәт­тәре буйынса, барлыҡ иген һәм ҡуҙаҡлы куль­ту­раларҙың 191 мең гектары (11 процент) са­былған, 139 мең гектарында (8 процент) һу­ғып алынған. Был урып йыйыуҙа Федоровка эшсән­дәре иң алда бара.
Әлегә гектар ҡеүәте уртаса 20,1 центнер тәшкил итә. Иң юғары уңыш Саҡмағошта – 30 центнер­ҙан ашыу. Һуғып алыуҙа стәрле­тамаҡтарға еткәндәр юҡ, улар 32,45 мең тонна ашлыҡты бураға һалып өлгөргән дә инде.




Вернуться назад