Сәфәр дауам итә05.08.2015
Республикала Әҙәбиәт йылына бағышланған «Әҙәби нағыш» марафоны дауам итә. Бөгөн унда ҡатнашыусыларҙы — Сибай ҡалаһында, 11-е — Учалы, 12-һе — Белорет, 18-е — Әбйәлил, 22-һе — Бөрйән, 25-е — Салауат, 29-ы Ҡыйғы райондарында көтәләр.

Был көндәрҙә йәш авторҙарҙың ҡулъяҙмалары тикшереләсәк, башҡорт яҙыусыларының китаптарынан күргәҙмә эшләйәсәк, матбуғатҡа, шул иҫәптән «Баш­ҡорт­остан» гәзитенә яҙылыу ойошто­роласаҡ.
Марафон республиканың бөтә ра­йон­дарын һәм ҡалаларын иңләп сығасаҡ. «Башҡортостан» гәзите, уның ойоштороусыларының береһе булараҡ, сараны тулы яҡтыртып бара.




Вернуться назад