Игенсенең хәстәре күп05.08.2015
Игенсенең хәстәре күп Йәй — ҡыҙыу эш мәле. “Искәндәров” крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыуҙарын комбайндар иңләй.

Ямғырҙар бер аҙ ҡамасаулаһа ла, егеттәр эште йылдам алып бара. Үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ һәм ваҡытында йыйып алырға тырыша улар. Техника етерлек. Баҫыуҙы арҡырыға-буйға уҙған комбайндарҙың береһе былтыр ғына һатып алынған. Техниканың икәүһендә лә кондиционер ҡуйылған.
Күмертау егете Закир Исхаҡовтың комбайнсы булып эшләүенә – ете йыл тирәһе.
– Уңыш һәйбәт булғас, яланда ла күңелле, кәйеф шәп, – ти ул.
Игенсенең хәстәре күпВенер Әминев менән Рәфис Хисмәтуллин һуғыл­ған арышты йөк машинаһында ырҙын табағына ташып тора. Ғүмере буйына Салауат ҡалаһында водитель булып эшләгән Венер хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшен бар күңелен һалып башҡара.
Хужалыҡ етәксеһе Тимерйән Тимерхан улы Искәндәров – тыумышы менән Ырымбур яғынан. Ҡарайғанда йорт һалып сығыуҙарына ун йыллап ҡына әле. Һигеҙенсе йыл игенсе хәстәре менән яна.
— Башлағанда бойҙай менән арышты айырмай ҙа инем. Хәҙер тәжрибәле комбайнсыларҙың үҙҙәрен өйрәтәм, – тип йылмая ул.


Вернуться назад