Бөгөнгө мәғариф өлкәһендә белем биреү учреждениеларын заманса йыһазландырыу, шулай уҡ яңы уҡыу биналары төҙөүгә ҙур иғтибар бүленә. “Балалар бар икән, мәктәп тә була” тигән ҡағиҙәнең тармаҡта төп нигеҙгә әйләнеүе халыҡты төбәк яҙмышы тураһында уйланырға мәжбүр итте, тыуған еренә яҡынайтты.Мәҫәлән, Бөрйән районының күпселек ауылында хәҙер тормош йәнләнә бара, йәштәрҙең байтағы үҙ төйәгендә төпләнеп, тырышып донъя көтә. Урындағы мөмкинлектән файҙаланып, райондың үҫешенә булышлыҡ иткән йүнселдәрҙең арта барыуы айырыуса һөйөнөслө. Әйтәйек, умартасылыҡ, солоҡсолоҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгәндәр туристарҙы ылыҡтырыуға тос өлөш индерә.
Эше барҙың ашы, тимәк, маҡсаты була: районда ишле балалы ғаиләләр күпселекте тәшкил итә, араларында йәштәр бихисап. Мәҫәлән, Баҙал биҫтәһе тотошлай тиерлек яңы йорттарҙан тора. Шүлгәнташ мәмерйәһенә илткән юл буйында урынлашҡан был тораҡ, сирек быуатлыҡ ҡына тарихы булыуға ҡарамаҫтан, әле районда халыҡ һаны буйынса өсөнсө урынды биләй. Күп бала үҫтереп, гөрләтеп йәшәй бында йәштәр. Һөҙөмтәлә былтыр октябрҙә биҫтәлә ике ҡатлы заманса башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы асылған. Учреждениела төрлө яҡлы сифатлы белем алыу өсөн ҙур уңайлыҡтар тыуҙырылған: ҙур, яҡты, йыһазға бай кабинеттарҙа, спорт, тамаша залдарында балалар кинәнеп шөғөлләнә. Бында шулай уҡ айырым медицина блогы булдырылған, заманса ашхана эшләй.
– Балалар һаны йылдан-йыл арта, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты учреждение директоры Зөлфирә Фәйзуллина. – Быйыл I класҡа 24 уҡыусы килә – һуңғы йылдарҙа бындай һөйөнөслө хәлдең булғаны юҡ ине әле. Һөҙөмтәлә башланғыс мәктәптә 80-гә яҡын бала ғилем туплаясаҡ. Уҡытыусыларҙың барыһы ла – юғары белемле әүҙем йәштәр. Балалар баҡсаһында иһә биш төркөм бар, биләмә йәйгеһен дә сабыйҙар тауышынан гөрләп тора.
Зөлфирә Мирза ҡыҙы әйтеүенсә, учреждениеның торошон уны төҙөгән компания вәкилдәре лә, район етәкселеге лә даими контролдә тота, ярҙам итергә әҙер торалар. Ошондай иғтибарҙы тойған коллектив дәртләнеп эшләй, белемен камиллаштырыуға ынтылыуҙан тыш, биләмәне йәнләндереүгә күп көс һала.
Йәш баҙалдар мәғариф буйынса район кәңәшмәһендә сағыу сығыштары менән ҡыуандырырға йыйына. Ғөмүмән, мәҙәни сараларҙан бер ҡасан да ситтә ҡалмай улар. Конкурстарҙа ла ихлас ҡатнашалар. Мәҫәлән, быйыл июлдә районда үткән “Урал батыр” республика бәйгеһендә мәктәпкәсә йәштәге Шәүрә һәм Сулпан Манаповалар эпосты яҡшы белеүе менән тамашасыны хайран ҡалдырған.
Ғөмүмән, заманса уҡыу йорто – балаларҙы, педагогтарҙы ғына түгел, ә тотош биҫтә халҡын яңы үрҙәргә әйҙәп торған маяҡ. Йәшлек дәрте бөркөлгән Баҙалға быйыл зәңгәр яғыулыҡ, һыу үткәрелгән. Район етәкселеге тиҙҙән бындағы юлдарҙы яҡшыртыуға тотонмаҡсы.