Тормошта уйламағанда ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырға тура килә. Мин дә быйыл һабантуйҙа шундай ғәҙәти булмаған ир-ат менән таныштым. Арҡаһына пропеллер эләктергән 15-ләгән һәүәҫкәр осоусы йыйылғайны. Берсә түбәнәйеп, берсә бәләкәй генә нөктә булып, рәхәтләнеп осто улар. Йәше-ҡарты “ҡанатлы” кешеләрҙе көслө алҡыштарға күмде, теләге булғандар осоп ҡарау бәхетенә иреште.
Осоусы – тәүәккәл, ҡыйыу ирҙәр һөнәре. Улар араһында Дүртөйлө районының Ҡораласыҡ ауылынан Ғәзизйән Йәһүҙин да бар ине. Ул үҙенең бала саҡ хыялдары менән уртаҡлашты.– Беҙ үҫкәндә кем генә космонавт булырға хыялланмаған икән?.. Мин дә осоусы булырға теләнем. Мәктәпте тамамлағас, Сызрандәге авиация училищеһына кереү өсөн комиссия үткәйнем. Тик әсәйем ҡаты ауырып, аяҡтан йығылыу сәбәпле, хыялымдан баш тарттым, уның янына Ҡораласыҡҡа ҡайттым. Йәш кенә көйө мине, өс йәшлек сабыйын, ҡосаҡлап тол ҡалған, бөтөн ғүмерен миңә бағышлаған бит ул! Ни йөрәгем менән сырхау килеш яңғыҙын ҡалдырайым?!
Ғәзизйән ағай әсәһен тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. Үҙе “Саҡмағошнефть” нефть һәм газ сығарыу идаралығына оператор булып урынлаша. Әсәһенең берҙән-бер терәге булараҡ, уны армия хеҙмәтенә алмаҫтар ине. Тик әсәһе улымды һалдатҡа алығыҙ тигән үтенес менән хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итә. Ул ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡас, йәнә эшенә тотона. 42 йыл оператор була. Йәш сағынан уҡ “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы”, “Социалистик ярыш еңеүсеһе” тигән маҡтаулы исемдәр йөрөтә. Дүртөйлө районының күренекле спортсыларының береһе лә ул. Заманында гер күтәреү буйынса ҙур уңыштарға өлгәшкән. “Саҡмағошнефть” идаралығының абруйын яҡлап, ярыштарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған.
– Гер күтәрҙе, волейбол, футбол командаларында уйнаны, бер бәйге лә унан башҡа үтмәне, — ти ғорурлыҡ менән Ғәзизйән ағайҙың ҡатыны Венера Кашаф ҡыҙы.
– Йәмәғәтемдән уңдым, — ти Ғәзизйән Ниғмәтйән улы. — Эшкә дәртләндереп, ярҙам итеп торған ҡатыны булһа, һәр ир-аттың иңендә ҡанат үҫер! Минең осҡос яһау теләге менән яныуымды белгәс, ҡаршы килмәне ул.
“Правда” гәзитендә осҡос эшләгән кеше тураһында мәҡәлә донъя күргәс, Йәһүҙин уның адресын табып, Златоуст ҡалаһына барып ҡайта. Беренсе ҡанатлы транспортын — парапланын — 1985 йылда яһай.
– Уның менән тигеҙ ерҙән күтәрелеп булмай, тауға менергә кәрәк, — ти ул.
2000 йылда мотопараплан йыя. Был аппарат тигеҙлектән дә күтәрелә ала. Ижевск заводынан мотоцикл моторы алып ҡайта, эҙләй торғас, ҡанат та табыла. Пропеллерын үҙе ағастан яһай. Багына биш литр бензин һалып, бер сәғәт буйы һауала осорға була. Ун йыллап мотопарапланында оса, аҙаҡ, заводта эшләнгән ҡеүәтлерәктәренең һатыуға сығыуын белгәс, шуны алыу уйы тынғы бирмәй. 2011 йылда 260 мең һумға яңы мотопараплан һатып ала. Быныһы өс саҡрымға ҡәҙәр бейеклеккә күтәрелә, сәғәтенә 30 саҡрым тиҙлек менән оса. Ҡанатының оҙонлоғо – 32 метр, винттың диаметры – 1,25 метр.
— Ҡулымдан килһә, бөтә кешегә лә тыуған яғыбыҙҙы ҡош осҡан бейеклектән күрһәтер инем, — ти Ғәзизйән Ниғмәтйән улы.
Ғәзизйән ағай алтын ҡуллы: осҡосон үҙе йүнәтә, йортон да, ҡаралты-ҡураһын да төҙөгән. Ҡатыны ла ауылда иң уңғандар иҫәбендә. “Уңыш” хужалығында диспетчер булып эшләгән ханым күптән инде скутерҙы “эйәрләгән”, спорт менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Өҫтәл теннисы буйынса ауыл чемпионы. Мөхәббәтле ғаиләлә ике улға ғүмер биргәндәр, хәҙер уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ тормошо менән йәшәй.
Ғәзизйән Ниғмәтйән улының яратҡан шөғөлө төп эшенә әүерелгән: мотопарапланда ләззәт алыу өсөн генә осмай, ҡулынан килгәнсә кешеләргә ярҙам итә. Нисек тиһегеҙме? Тирә-яҡ ауылдарҙа йәшәгәндәргә юғалған малдарын табып бирә. Бындай үтенес менән уға Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондарынан да мөрәжәғәт итәләр. Туйҙарға ла саҡырыуҙар ала. Сәскә тотоп, өйләнеүсе парҙы ҡотларға килгән “Карлсон” байрамға онотолмаҫлыҡ йәм өҫтәй.
Ике кеше ултырырлыҡ мотопараплан эшләмәксе Ғәзизйән ағай. “Венерамды ла үҙем менән алғым килә”, — ти.
Был көндә миңә лә осош яһау бәхете тейҙе. Ысынлап та, ерҙә генә йөрөп, күп матурлыҡты, гүзәллекте күреүҙән мәхрүмбеҙ икән. Ә күккә күтәрелһәң, ғәжәйеп киңлек асыла. Осҡан саҡтағы хис-тойғоно һүҙ менән генә аңлатырлыҡ түгел. Был миҙгелдә үҙеңде донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн, азат, ысын мәғәнәһендә ҡанатлы тояһың.