Һуғыш балалары ҡасан ҡыуаныр?05.08.2015
Һуғыш балалары ҡасан ҡыуаныр? Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Иҫке, Бәләкәй һәм Яңы Аҡҡолай ауылдарынан 146 кеше фронтҡа китә, шуларҙың ни бары 49-ы тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Әле бында ағалы-ҡустылы Лоҡман менән Талха Шафиҡовтар ғына иҫән.
Райондың “Заветы Ильича” колхозы башҡорттарҙы ла, татарҙарҙы ла, украиндарҙы ла, немецтарҙы ла берләштергән. Улар оҙаҡ йылдар дауамында тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән, тырышып эшләгән. Казанка ауылы мәктәбен байтаҡ йылдар ҡаһарман осоусы, Советтар Союзы Геройы Александр Павлович Фролов етәкләгән. Ике Социалистик Хеҙмәт Геройы – бригадир Дмитрий Афанасьевич Злыдников менән һауынсы Сафура Рафиҡ ҡыҙы Суфиянова ла ошо төбәктә тыуып үҫкән. Уларҙың данлы хәрби һәм хеҙмәт батырлығы бөтөн халыҡ, айырыуса йәштәр өсөн өлгө булып тора.
Оло быуын вәкилдәрен ауылдарҙың бөгөнгөһө һәм киләсәге борсоуға һала. Яңы Аҡҡолайҙағы ҡасандыр гөрләп эшләгән һөтсөлөк фермаһы әле емерек хәлдә. Сафура Суфиянова тир түккән Бәләкәй Аҡҡолай ауылындағы ферма ла ябылған. Район үҙәгенә илткән юлға әле булһа асфальт түшәлмәгән. Эш һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар булмағас, йәштәр ситкә китеүҙе хуп күрә. Мәктәптәр, магазиндар, клуб, медпункттар ябылһа, ауылдың киләсәге юҡ тигән һүҙ. Кешегә эш биреп хеҙмәт хаҡы түләгән, шарттар тыуҙырған, хоҡуҡтарын яҡлаған осраҡта ғына маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин. Хужалыҡты тергеҙеү, ауылдарға яңы һулыш өрөү өсөн тәҡдимдәр, аныҡ эштәр кәрәк.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы билдәләнгән дәүерҙә оло быуынға иғтибар бермә-бер артты. 1928 – 1945 йылдарҙа тыуған, барлыҡ михнәттәрҙе үҙ иңендә татыған, илебеҙҙе емереклектәрҙән күтәргән “һуғыш балалары” үҙҙәренең статусы һәм ташламалары тураһында закон ҡабул итеүҙе көтә. Фекерҙәребеҙ иҫәпкә алынһын һәм тарихи ғәҙеллек тергеҙелһен ине.
Р. ФӘХРЕТДИНОВ,
хеҙмәт һәм профсоюз хәрәкәте ветераны.


Вернуться назад