Тәпәй баҫҡан, буй еткергән ерем Ҡыҙыл Мәсет минең өсөн татлы ла, серле лә, изге лә. Борон-борондан тирә-яҡта дан тотҡан исеме лә уға ҡөҙрәт бирә һымаҡ. Эйек һыуын эскән, урман-даланы үҙ иткән халыҡ ихласлығы, йомартлығы, саф күңелле булыуы менән айырылып торғандай. Үҙ яғыма йылына бер-ике тапҡыр булһа ла ҡайтып, яҡташтарым менән осрашыу, уларҙың шатлыҡ-ҡыуанысын уртаҡлашыу, серләшеү миңә оҙаҡҡа етерлек йәшәү дәрте, көс-ғәйрәт өҫтәй. Был юлы ла шулай булды. Мәҡсүт ауылындағы Зәйнәб Биишева исемендәге урамға нигеҙ һалыныуға 25 йыл тулыу уңайынан ойошторолған байрамға саҡырҙылар. Сара Әҙәбиәт йылына арналды.
Урамға беренселәрҙән булып нигеҙ һалған илһөйәрҙәрҙе — район хакимиәте башлығы Фәрит Мусинды, Мәҡсүт ауылы эшҡыуары Юлай Вафинды һәм Рәмил Имелбаевты – халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Сирек быуат ваҡыт эсендә был ерҙә тотош ауыл хасил булған кеүек. Береһенән-береһе матур йорттарҙан күҙ ҡамаша, гөлгә күмелгән баҡсалары әллә ҡайҙан уҡ сәләм биргәндәй. Урам халҡы гөр килә, балалар ҙа байрамға ихлас әҙерләнгән. Хаҡлы ялдағы башҡорт теле уҡытыусыһы Хәлиҙә Бикҡолова Зәйнәб апайҙың бер шиғырынан өҙөк тә яҙып элгән:
“Теләр инем, гранит ҡая булып,
Ер өҫтөнә ҡабат тыуырға,
Теләр инем йәшәү ҡаршыһында
Сал башымды эйеп торорға”.
Һәр өйҙөң ҡапҡаһы янында һый әҙерләнгән, өҫтәлдәр муллыҡтан һығыла. Хужалар ҡунаҡтарҙы икмәк, ҡымыҙ менән ҡаршылай, барыһы ла ғаилә концерты әҙерләгән. Урамдың йыр-моңға, гармун тауышына күмелеүе, балаларҙың Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын ихлас һөйләүе Әҙәбиәт йылын данлау, яҡташ яҙыусыны ихтирам итеү, уның менән ғорурланыу өлгөһө ине.
Урамды ҡарап үткәс, байрам яланда дауам итте. Унда ла әҙибәнең шиғырҙары, уның һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғырап торҙо. Урам байрамы әҙәбиәт менән мәҙәниәтте данға күмгән күркәм сараға әүерелде. Шулай уҡ балалар өсөн һабантуй ойошторолдо, урамда йәшәгән кешеләргә абруйына, хеҙмәтенә ихтирам йөҙөнән иҫтәлекле бүләк тапшырылды.
Саф күңелле, дуҫлыҡҡа, хаҡлыҡҡа ынтылған, иле, халҡы өсөн башҡарылған хеҙмәтенән шатлыҡ тапҡан, ҡәнәғәтлек алған кешеләр йәшәй беҙҙә. Донъя ғына имен торһон, тип теләргә ҡала. Әйткәндәй, Күгәрсен районы 85 йыллығын билдәләүгә ныҡлы әҙерләнә, байрамды ҙур ҡаҙаныштар менән ҡаршылай. Әлеге сара ла ошоға бер дәлил. Уны ойоштороуға айырыуса күп көс һалған Мәҡсүт ауылы хакимиәте башлығы Әхмәтйән Вәлитовҡа, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, халыҡҡа ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Ләлә БЕЙЕШЕВА,
“Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы ағзаһы.