Һөҙөмтәләр ҡыуандыра04.08.2015
Тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса “Башнефть” компанияһы нефть сығарыуҙы һиҙелерлек арттырған. Республикала заманса скважиналар ҡуйыу, геологик-техник саралар үткәреү ятҡылыҡтарҙа нефть һурҙырыуҙы былтырғы йылдың ошо осоронан 2,5 процентҡа арттырырға мөмкинлек биргән.

Айырыуса компанияның Ненец, Ханты-Манси автономиялы округтарындағы яңы ятҡылыҡтары етди уңыштар менән ҡыуандыра. Дөйөм алғанда, был компанияға икенсе кварталда нефть етештереүҙе 14,6 процентҡа арттырыуға булышлыҡ итте. Был “Башнефть”кә һиҙелерлек һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкинлек бирҙе: тәүлегенә уртаса углеводород сеймалы сығарыу күләме 1993 йылғы кимәлгә – 53,1 мең тоннаға етте.
Билдәле сәбәптәр арҡаһында компанияла нефть эшкәртеү күләмен кәметеү хаҡында ҡарар ҡабул ителгәйне. Ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса етештереү күләме, былтырғы йылдың ошо осоронан 14,9 процентҡа кәмерәк булып, 9 193 мең тонна тәшкил итте.



Вернуться назад