Түләүеңде онотма04.08.2015
1 августан Башҡортостанда капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе тотҡарлаған өсөн пеня һалына башлай.

Рәсәй Торлаҡ кодексының 155-се стать­яһына ярашлы, капиталь ремонтҡа тү­ләүҙәрҙе тотҡарлаған йәки тулыһынса түләмәгән күп фатирлы йорттағы милек­селәр фондына пеня түләргә тейеш.
Пеня түбәндәгесә иҫәпләнә: капиталь ремонт өсөн бурыс рефинанслау став­каһының 0,003 өлөшөнә һәм түләүҙәр кисектерелгән көндәрҙең һанына ҡабат­лана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Башҡортостандың төбәк операторы», фондының попечи­телдәр советы милекселәр һәм бина майҙандары тураһында мәғлүмәтте аныҡлауға бәйле, 2015 йылдың 31 июленә тиклем капиталь ремонтҡа түләүҙәрҙе тотҡарлаған өсөн пеня һалмаҫҡа тигән ҡарар ҡабул иткәйне.



Вернуться назад