“Каникул”дар оҙайтылды04.08.2015
Өфөләге “Социнвестбанк”, “техник сәбәптәр” буйынса иғлан иткән ике көнлөк тәнәфестән һуң, 29 июлдә лә ишектәрен асманы. Ойошманың сайтына: “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, техник сәбәптәр арҡаһында банк 2015 йылдың 3 авгусына тиклем эшләмәйәсәк. Хеҙмәткә һәләтлелекте тергеҙеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да атҡарасаҡбыҙ”, тип яҙылғайны. Єле был ваҡыт тағы 6 авгусҡа тиклем оҙайтылған.
Килеп тыуған хәлгә рәсми яуап юҡ. Єммә ҡайһы бер матбуғат саралары хәбәр итеүенсә, финанс проблемалары илдең Үҙәк банкы Анатолий Мотылев төркөмөнә ҡараған банктарҙың лицензияһы алынғас барлыҡҡа килгән. “Социнвестбанк”тағы банк-ара кредиттарҙың 5 миллиард һум самаһы Мотылев төркөмөнә тура килә. Финанс ойошмаһының иҫәп-хисап документтарынан күренеүенсә, ул “Рәсәй кредиты” һәм АМБ-банкка бурысҡа аҡса биргән. “Интерфакс” мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 20 июлдә “Тула сәнәғәтсеһе” банкы “Социнвестбанк”тан 500 миллион һум самаһы кредит алған. 27 июлдә һуңғыһының лицензияһы тартып алынған.
Быға тиклем “АК&М” “Социнвестбанк”тың кредитҡа һәләтлелеген бер баҫҡысҡа – өсөнсө кимәлдәге “А”нан беренсе кимәлдәге “B++”ға тиклем кәметкәйне.
“Социнвестбанк” асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Өфө ҡалаһы) – Башҡортостанда һатыу селтәре һәм Мәскәүҙә офистары булған төбәк банкы. 1 июль мәғлүмәттәренә ҡарағанда, банктың таҙа активтары 16,96 миллиард һум (Рәсәйҙә 200-сө урын), капиталы – 2,72 миллиард, халыҡҡа бурысы 10,12 миллиард тәшкил иткән. Устав капиталының 96,2 проценты – идара рәйесе Сергей Тоболиндыҡы.
Флүр ЃӘЛЛӘМОВ, Башҡортостан Республикаһының кредит һәм финанс ойошмалары ассоциацияһы рәйесе:
– Дөйөм алғанда, республиканың банк секторында хәл тотороҡло. Ѓинуарҙан июнгә ҡәҙәр депозиттарҙың 4 процентҡа тиклем артыуы халыҡтың банктарға ышанысын белдерә. Иҡтисадтағы хәлдәрҙең насарайыуы бигерәк тә дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙың иҫәптәрендә һәм юридик шәхестәрҙең депозиттарында сағылыш тапты. Белгестәрҙең күҙаллауы буйынса, йыл аҙағына тиклем банк системаһында активтарҙың 8 – 10 процентҡа үҫеүе көтөлә.