Төп бурыс – халыҡҡа иғтибар04.08.2015
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев менән төбәктең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Күмертау ҡалаһында осрашыу үткәрҙе.
Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостанда 13 сентябрҙә үтәсәк Берҙәм һайлау көнө тураһында һөйләне. Унда 7 310 депутат мандаты алмаштырыласаҡ. Туймазы һәм Күмертау округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау тәғәйенләнгән.
– Депутаттарҙың төп бурысы – халыҡҡа иғтибар, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм һайлаусыларҙың мәнфәғәтен яҡлау, – тип белдерҙе осрашыу ваҡытында Константин Толкачев.