Һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп04.08.2015
Һәр сәғәттең ҡәҙерен белеп Ваҡытында яуған көслө ямғырҙар үләндең яҡшы үҫеүенә булышлыҡ итте. Бөгөн хужалыҡтарҙың бурысы — һәр көндөң ҡәҙерен белеп, етерлек кимәлдә мал аҙығы туплау.

“Интернационал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 140 гектар майҙанда бесән үҫтерелгән.
Беҙ барғанда ла эштең ҡыҙыу мәле ине. Төргәктәр машиналарға тейәлеп оҙатыла. Механизатор Раил Сәйфетдиновты нәҡ шул мәлдә тап иттек. 40 йылға яҡын эш тәжрибәһе булған механизатор йәштән ауылда төпләнеүенә үкенмәй.
Ғөмүмән, “Интернационал”да эш ырамлы бара. Техниканың көйлө, яғыулыҡ-майлау материалдарының етерлек булыуы ла быға ярҙам итә. Механизаторҙар ҙа, водителдәр ҙә һынатмай. Асҡар Килдеғолов, Рәфис Илсеғолов бесән сапҡыста эшләһә, Йәмил Тимерәшев менән Юлай Ғөбәйҙуллин прес­лай, Минияр Маннасов, Петр Владимиров йөк машиналарында ташый. Хужалыҡтың идарасыһы Айрат Ғәлләмов эш барышы тураһында:
– Бесән быйыл гектарынан 35-40 центнер самаһы әҙерләнә. Силос өсөн 90 гектар майҙанда кукуруз сәселде, уның да сығышы яҡшы, – тине.


Вернуться назад