“Флоэма-Агро” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт, өс колхоздың ерҙәрен берләштереп, 2012 йылда ғына эш башлаһа ла, бик уңышлы үҫешә. Хужалыҡта үҫемлекселеккә һәм йылҡысылыҡҡа өҫтөнлөк бирәләр. Ойошмала йәмғеһе 55 кеше эшләй. 5 мең 400 гектар ерҙең 2 мең гектарына ужым бойҙайы, 500 гектарға арпа, 800-өнә көнбағыш, ҡалғанына башҡа төрлө ашлыҡ сәскәндәр. Ойошманың генераль директоры Азат Бикмәев, йәш булыуға ҡарамаҫтан, бик бөтмөр хужа.
Хужалыҡ биләмәһенә килеп инеү менән бар ерҙә тәртип булыуына, баҫыуҙарҙың бөхтәлегенә хайран ҡалырлыҡ. Өлгөлө хужалыҡ тап шундай булырға тейештер ҙә. Әле бында мал аҙығын әҙерләү ҙә дауам итә. Силос һәм сенаж һалына. Бесән ҡураларға тултырыла.

– Уңыш былтырғынан ике тапҡырға күберәк булыр тип уйлайбыҙ. Былтыр гектарынан 20 центнер алһаҡ, быйыл 27 – 30-ға өмөт итәбеҙ. Үткән йыл 45 миллион һумға төрлө техника алдыҡ. Уңыш йыйыуҙы йыл да үҙ көсөбөҙ менән атҡарабыҙ, – ти йәмғиәт етәксеһе.
Күптән түгел 12 мең тонна бойҙайҙы киптереп, сорттарға бүлеп һаҡлау өсөн комплекс төҙөлгән. Бында элиталы сорттарға өҫтөнлөк бирәләр.
Әлегә хужалыҡта 300 баш йылҡы бар.
– Йылҡы малы тотоп та уны кәрәгенсә файҙаланмау яҙыҡ. Әммә ҡул етмәйерәк тора. Киләсәктә ҡымыҙ бешеү цехы булдырырға иҫәп бар. Һөтсөлөк тә килемле тармаҡ. Тоҡомло мал алып үрсетеү тураһында уйлайбыҙ, – тип уй-ниәттәре менән уртаҡлашты хужалыҡ етәксеһе.