Арғаяшҡа — 85 йыл04.08.2015
Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы 1934 йылға хәтлем Башҡорт АССР-ының Арғаяш кантонына ҡараған, ул Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе Әхмәтзәки Вәлидиҙең бойороғо нигеҙендә ойошторолған. Бөгөн төбәктә халыҡтың 70 процентын башҡорттар тәшкил итә.

7 августа Арғаяш районы үҙенең 85 йыллыҡ юбилейын үткәрергә йыйына, ойоштороу комитеты төҙөлгән. Йола буйынса, байрам стадионда район ауыл­дарының парады менән башланасаҡ. Әлбиттә, уңғандар етәкселек тарафынан бүләкләнәсәк. Тантанаға бихисап ҡунаҡ саҡырылған, шул иҫәптән Башҡорт­остандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллиндың килеүе көтөлә.
Ҡайһы байрам йыр-бейеүһеҙ уҙһын? Учалы ҡала филармонияһының “Урал-тау” ансамбле тамашасыларҙы дәртле бейеүҙәре менән һөйөндөрәсәк, бынан тыш, Башҡортостандан йырсы Рөстәм Ғиззәтуллин һәм тағы бер нисә артист саҡырылған. Паркта “Ҡала оҫталары” тигән күргәҙмә эшләйәсәк, башҡорт аш-һыуын ауыҙ итергә мөмкин буласаҡ, балалар өсөн дә программалар ҡаралған.

Мөхәммәт ХӘБИРОВ,
Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенең матбуғат хеҙмәткәре.






Вернуться назад