Беҙҙең яҡтар элек-электән ҡымыҙ менән дан тота, уны ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына батырҙар эсемлеге тип атамаған. “Шифаханалар төбәге”нә бөтә Рәсәйҙән дауаланырға килгәндәр, унда йәшәүселәр әлегә тиклем үҙ шөғөлөнә тоғро ҡалған. Улар — Шафран, Сураҡай, Чайкино, Ыҫлаҡ, Ғәйнәямаҡ һәм башҡа ауылдарҙың йылҡысылыҡ оҫталары. Ыҫлаҡ фермеры, ҡымыҙсыларҙың VIII республика конкурсында өсөнсө урынды алған Айрат Ғәниев тә шулар иҫәбендә.Эйе, борондан килгән был милли эсемлеккә һәр хужа, хужабикә үҙенә генә хас айырым тәм өҫтәй. Төрлөлөгө буйынса ҡымыҙға тиң эсемлек һирәктер. Ғәниев ҡымыҙы йомшаҡ, уны эскәндән һуң тәме оҙаҡҡа ҡала.
Ҡымыҙ етештерә башлау Айрат Әүхәт улына еңелдән бирелмәй. Себер һыуыҡтарын татырға ла, колхозда бригадир һәм төҙөүсе, тимер юлсы булып эшләргә лә, хатта сауҙа өлкәһендә үҙен һынап ҡарарға ла тура килгән уға. Ә фермерлыҡ эшен Ғәниев ситтән ярҙам алмай, үҙ көсө менән башлай. Бөгөн ауыл ситендәге ҙур хужалығында бейә аҙбары, ҡымыҙ яһау йорто бар. Тәүге йылдарҙа туғандары булыша, һуңыраҡ дәүләттән һиҙелерлек ярҙам ала. Белорет һылыуы Әлфиә — иренең төп терәге һәм таянысы. Бергәләп ҡымыҙ яһау серҙәренә өйрәнәләр.
– Үҙ тауарыңды тәҡдим иткәнһең икән, һатып алыусының ышанысын аҡларға тейешһең. Иң мөһиме – абруйҙы төшөрмәү, – ти Айрат Ғәниев.
Эйе, сифатлы тауар етештереү өсөн ең һыҙғанып эшләргә кәрәк. Бында ҡымыҙҙы боронғоса яһайҙар. Тәбиғи һауыт-һаба ғына ҡулланыла, бейә һөтөн ағас гөбөлә бер сәғәткә яҡын бешергә кәрәк. Ҡымыҙ үҙ тәмен һаҡлаһын өсөн бөтә шарттарҙы үтәү зарур.
Йорт эштәрендә ата-әсәһенә береһенән-береһе һылыу өс ҡыҙҙары ярҙам итә. Ун биш йәшлек Альбина, һигеҙ йәшлек Алһыу һәм хатта ике йәшлек Айгөл дә фермерлыҡ мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Уларға ҡарап: “Ҡымыҙсыларҙың йәш быуыны үҫеп килә”, — тип ғорурланып әйтергә мөмкин. Тимәк, Ғәниевтәр етештергән шифалы эсемлек яһау серҙәрен һаҡлаусылар буласаҡ.