Бүздәккә юл төштө. Район үҙәге буйлап барғанда, хуш еҫле икмәк еҫе танауға бөркөлдө.– Икмәк алмай ҡайтмайыҡ! – тине водитель.
Еҫ аңҡыған магазиндың урамында уҡ сират башлана. Иң аҙаҡҡа барып баҫтыҡ. Бындай сиратты Совет заманынан күргән юҡ: күпме кеше икмәк алырға килгән!
– Ейәндәрем ҡунаҡҡа ҡайта. Алты икмәк алып ҡуяйым әле тип килдем. Күстәнәскә лә ебәрермен.
– Күгәрмәйме һуң?
– Юҡ, ҡомалаҡ әсеткеһенә баҫылған бит ул, ысын икмәк, – тип сиратта торғандар гәпләшә.
Беҙҙең сират килеп еткәндә, кәштәләргә яңы ғына бешкәнен сығарып һалдылар. Ысынлап та, хуш еҫе бала саҡтағы ҡомалаҡ әсеткеһенә баҫылған икмәкте хәтерләтә.
Икмәк бешереү цехын бынан бер нисә йыл элек шәхси эшҡыуар Фәрит Яушев ҡатыны Светлана Үтәшева менән бергәләп ойоштороп ебәрә. Күңелгә ятҡан эш тиҙ арала үҙен аҡлай, тәмле икмәкте һораусылар һаны артҡандан-арта.
Зилә Исмәғилева, Ильфира Маматовалар икмәк бешерә. Водителдәр Салауат Мөхтәсипов менән Владислав Хломушкин Бүздәк – Өфө араһын һыуытмай икмәк ташый.
Әлеге мәлдә Бүздәктең ҡомалаҡлы икмәген райондың – 30, Өфөнөң ике магазинында һатып алырға була. Тиҙ арала сауҙа брендына әйләнгән исемде Фәриттең көнәркәштәре шунда уҡ эләктереп ала. Фәрит Өфө баҙарҙарының береһендә хатта улар менән шәхсән һөйләшкән, әммә судлашып йөрөргә ваҡытым да, теләгем дә юҡ, ти ул.
– Ҡамырҙы боронғоса, өләсәйҙәребеҙ өйрәткәнсә баҫабыҙ. Ондоң да сифатлыһын Ҡаҙағстандан һатып алабыҙ. Көн һайын магазиндарға ике меңдән ашыу икмәк оҙатабыҙ. Бына инде бер нисә йыл рәттән хаҡын арттырмаҫҡа тырышабыҙ. Юл аша урынлашҡан билдәле селтәрҙең магазинында икмәктең хаҡы 38 һум булһа, беҙҙә 20 һумға осһоҙораҡ. Әлбиттә, халыҡ хаҡына ғына түгел, тауарҙың сифатына ла ҡарай, – ти Фәрит Фоат улы.