Тыуған көндө йә башҡа мөһим ваҡиғаны билдәләгәндә ҡунаҡтар күстәнәскә торт килтерһә, байрам икеләтә сағыу төҫ ала кеүек, сөнки һәр тәмлекәстең үҙенә генә хас нескәлеге, төҫө, биҙәге була бит. Яңыраҡ бер танышым сәй табынында сағыу, семәрле, етмәһә, башҡортса ҡотлау һүҙҙәре яҙылған иҫ киткес матур, ҙур торт ҡуйҙы. Телһеҙ ҡалдым... Бына ҡайҙа ул ижад, бына ҡайҙа ул ҡатын-ҡыҙҙың илһам донъяһы, тип уйланым эстән генә. Шулай ҙа, анау бәләкәй генә төҫлө сәскә, таҫмаларҙы алып ташлаһаң, ябай бисквит булып ҡала инде тигән уй ҙа баштан үтмәй ҡалманы. Тик бер аҙҙан ҡунаҡсыл танышым һәр беребеҙгә әлеге һоҡланғыс ижад емешен барлыҡ ҡупшы биҙәктәре менән бергә телеп һала башламаһынмы... Баҡтиһәң, торттың ифрат матур “өҫкө күренеше” менән дә һыйланырға ярай икән, сөнки ундағы ҡатлам мастиканан, йәғни кондитер аҙыҡтарын биҙәү өсөн махсус пастанан яһалған.
Составы ла ябай – желатин, шәкәр пудраһы һәм һыу. Тәүҙә желатинды һыу менән болғап йылыталар, һөҙөп алынған ҡушымтаға шәкәр пудраһы һалып, һығылмалы рәүешкә индерәләр. Кәрәк осраҡта төрлө буяу ҡушалар. Һуңғылары урынына емеш-еләк, ҡайһы бер йәшелсә һуттарын да ҡулланырға мөмкин.
Бөгөн күптәр мастиканы өй шарттарында сәйнәй торған зефирҙан (маршмеллоуҙан) яһап та ҡуя. Уны иһә юғары температурала иретеп, шәкәр пудраһы, лимон һуты ҡушалар.
Оҫталар мастиканы биҙәү генә түгел, тортты тотошлай ҡаплау өсөн дә ҡуллана. Ябай шарт һәм талаптарҙы теүәл үтәп, табынға бынамын тигән тәмлекәс әҙерләү – һәр хужабикәнең ҡулынан килерлек шөғөл.