Һәр ҡатын-ҡыҙ – ул ғәжәйеп матур, үҙенсәлекле гүзәллек өлгөһө. Бер-береһенән йөҙ-ҡиәфәте, тормошҡа ҡарашы менән айырылған нескә заттар донъяһындағы матурлыҡ серҙәренең иге-сиге юҡ. Улар араһында тулы кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ өсөн килешле һәм зауыҡлы кейем һайлау хаҡында ла кәңәштәр бар.Оҙон күлдәк кәүҙәне һомғолораҡ итеү өсөн бик ҡулай. Плисселы юбканан, ҡатмарлы кейемдән баш тартығыҙ, сөнки улар, киреһенсә, тулы күрһәтәсәк. Бер төҫтәге, оҙон йә абстракт һүрәтле күлдәктәргә өҫтөнлөк бирегеҙ.
Сағыу төҫтәр ҡулланып тыуҙырылған образдар киң таралһа ла, стандарт булмаған ҡиәфәтле һылыуҙарға был алым бик үк килешмәй. Күҙгә салынып торған һәр төҫ, кәүҙәне бер нисә визуаль өлөшкә бүлеп, һомғоллоҡто юҡ итәсәк.
Сәскәле биҙәк төшөрөлгән, тубыҡҡа тиклем йә оҙон итәкле, килешле фасондағы күлдәк һайлаһағыҙ, һеҙҙән дә нәзәкәтлерәк ханым булмаясаҡ. Биҙәк-сәскәләр бик үк ваҡ түгел, уртаса ҙурлыҡта булһын, кейемдәге ҡыя һүрәт тә – уңышлы образ булдырыуҙа ҙур ярҙам.
Туҡыманы бөрөп һалыу, йәғни биҙәк туҡыма ҡулланыу, ябай ғына күлдәкте лә ҡабатланмаҫ, сағыу кейемгә әйләндерер.
Эре биҙәүестәр ҙә тулы кәүҙәне күркәмләндереүгә өлөш индерә ала. Оҙон муйынсаҡ, сылбыр, сулпы, алҡа тағып йөрөһәгеҙ, ҡиәфәтегеҙ ҙә, күңел торошоғоҙ ҙа күркәмләнер.