Әсәйемә04.08.2015
Ғәфүр Ҡайырбәков һүҙҙәре,
Шәмши Ҡалдаяҡов көйө.

Биргәнhең hин миңә ал нурын
таңдарҙың,
Йыйғанhың hин миңә бар гөлөн
даланың,
Биргәнhең ҡанаттар талпыныр
сағымда,
Балалыҡ рәхмәтем йырымда сағыла.

Ҡушымта:
Ҡәҙерләп үҫтергән мин hинең емешең,
Ҡуйының – гөл-баҡса, наҙлы ел –
hулышың.
Инде буй етhәм дә, мин hиңә сабыймын,
Күңелең наҙҙарын күҙеңдән таныймын.

Быларға бәрәбәр ни генә бирәйем,
Берҙән-бер бүләгем – тоғро йөрәгем.
Итә күр ҡәнәғәт, риза бул ошоға,
Үҙеңә аталған йырымды ҡушып ал.
Ҡушымта.

Бурыслы hиңә мин, әсәйем-алтыным,
Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын.
Ай менән ҡояшты бирергә уйланым,
Үрелеп алырға етмәне буйҙарым.

Ҡушымта.


Вернуться назад