Һин робот түгел04.08.2015
Һин робот түгел Бәхетле, нәфис, ҡәҙерле, һөйкөмлө булғым килә тип хыялланмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр, моғайын. Һәммәбеҙ ҙә берҙән-беребеҙҙең, ғәзиз балаларыбыҙҙың, тирә-яҡтағыларҙың яғымлы мөнәсәбәтенә, ипле иғтибарына, ҡурсалауына мохтаж, сөнки беҙ – нескә зат, тормош биҙәге. Тик арабыҙҙа үҙе, башҡалар менән дә гармония таба алмаған, ниндәйҙер эске ҡыйынлыҡтар кисергән гүзәлдәр ҙә осрап ҡуя ҡайһы саҡ. Бындай осраҡта иң мөһиме – үҙең булып ҡалыу һәм, белгестәр кәңәшенә, фәһемле мәғлүмәткә таянып, артабан йәшәү, камиллашыу.


Йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙ­ҙың тә­биғәтенә зыян итерлек күре­нештәр ҙә юҡ түгел. Шун­дайҙарҙың бе­реһе – артыҡ социаль әүҙемлек, икенсе төрлө әйткәндә, һөйөү етеш­мә­гәнлеген ҡапларға тырышыу. Нескә затҡа ғаилә мәшә­ҡәт­тәренән аҙға ғына ял итерҙәй, ыңғай аралашыу булдырырҙай эштә булып алыу кәрәк.
Ығы-зығы менән ҡәнә­ғәтлек – ҡапма-ҡаршы күренештәр. Көйәләнеү, ығы-зығы тәндә лә, кү­ңел­дә лә, хис-тойғоларҙа ла көсөргәнеш тыуҙыра, нер­вы, гормональ система­ларҙы ҡаҡшата.
Ләззәт, күңел күтәренкелеге бир­мәгән эш тә ҡатын-ҡыҙ тәбиғәтенә йоғонто яһай. Үҙеңә оҡшамаған шөғөлдө һайлау – нескә заттың ҙур хаталарының береһе. Ни өсөн? Сөнки был осраҡта гүзәл зат сикһеҙ һынауҙар, ауырлыҡтар аша үтергә мәжбүр. Ҡатындар эше булып та, тик ваҡытты артыҡ күп ала икән, был да нескә зат энергияһын кәметә башлай. Яратып, ихлас башҡармаған эшкә барған һәр көндә ҡатын-ҡыҙ үҙ нәфислеген юғалта.
Сәләмәтлегенә, тәненә битарафлыҡ гүзәл зат тәбиғәтенә килешмәй. Ҡатын-ҡыҙ күп ваҡиғаларҙы тәне аша кисерә, ә көсөргәнешле, тәрбиә күрмәгән кәүҙә бәхет өҫтәмәй. Һәр ханым үҙенең тышҡы ҡиәфәтен, сәләмәтлеген етди күҙәтеү һәм иғтибар аҫтында тоторға бурыслы.
Хис-тойғо тотҡарлығы – ҡатын-ҡыҙҙа барлыҡҡа килгән депрессия сәбәптәренең береһе. Бындай “сир”, ғәҙәттә, уй-кисерештәрен асыҡ сағылдырыуҙан тыйылғандарҙа осрай. Ҡайһы бер ҡатындар үҙен яҡшы эмоцияларҙы күрһәтергә генә хоҡуҡлы тип һанай, әйтерһең дә, ул – робот. Ысынында иһә, һәр нескә зат янында хис-тойғоһон асыҡ сағылдырырға, ихлас булырға мөмкинлек биргән ир-егет булыуы яҡшы. Ҡайһы саҡта ирҙәр үҙҙәре һөйгәненең кисерештәрен уртаҡлашырға иренеп, ҡыҙма өйәнәгенә (истерика) сәбәпсе була.
Теге йәки был эштең йә хәлдең һөҙөмтәһенә бәйлелек нескә зат тәбиғәтен яфаға дусар итә. Күптәр “Әгәр ул ошолай килеп сыҡмаһа, миңә ҡыйын буласаҡ” тип фекер йөрөтә. Аҡыллы ҡатын иһә булғанына шөкөр итә. Рәхмәтле, ҡәнәғәт күңел тағы ла күркәмерәк, йәмлерәк йәшәү мөмкинлеген бирә. Ҡатын-ҡыҙ ниндәйҙер бер әйбергә бәйләнә, булмауына көйөнә икән, уның фекерләүендә дефицит барлыҡҡа килә, һәм ул кире хистәргә, көнләшеү, йән көйөү кеүек “сир”ҙәргә дусар итә. Бөтәһе бергә ҡатын-ҡыҙ психикаһына насар йоғонто яһай.
Механик тормош, йәғни бар нәмәне башҡалар һымаҡ бер иш эшләү, үҙенсәлекте юғалтыу ҡатын-ҡыҙҙа ижади башланғысты юҡ итә. Гүзәл зат һәр эшен һөйөү, наҙ һалып башҡарырға тейеш.
Зарланыу – яуаплылыҡтан ҡасырға тырышыу. Үпкәне башҡаға япһарыу, үҙ бәләңдә икенсе кешене ғәйепле итеү ҡыйын түгел, әммә әшәке күренеш. Ҡатын-ҡыҙға һәр мәсьәлә хаҡында һөйләшеп, аңлашып, хис-тойғоға таянып, тыныс ҡына хәл итеү ҡулай.


Вернуться назад