Беҙ, йәш эҙәрмәндәр, уҡытыусы Азат Хәйруллиндың Ишембай ра-йоны Маҡар ауылы кешеләре тураһындағы яҙмаларына юлыҡтыҡ. Шулар араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолғандан алып хеҙмәт иткән яугир хаҡында иҫтәлектәр айырыуса ҡыҙыҡһындырҙы. Ғәзизрахман Хәбибрахмановтың эшмәкәрлеге беҙҙең өсөн өлгө булды. “Олоһона ла, кесеһенә лә итәғәтле, изгелекле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер, иғтибарлы кеше ине” тигән юлдар ҙур хөрмәт менән яҙылған. Яугир Ғәзизрахман бабай хөрмәтле ауылдашыбыҙ, уҡытыусыбыҙ Мәрйәм Солтанованың атаһы була. Уның хаҡында Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы бына нимәләр һөйләне:— Атайым тыйнаҡ, аҡыллы, сабыр кеше булды. Башҡорт кавалерия дивизияһында ул 1941 йылдың 1 декабренән 1945 йылдың көҙөнә тиклем санитар булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың яҙында яраланып, бер аҙға ғына ауылға ҡайтып әйләнә. Бындай ялды ябай һалдатҡа түгел, юғары чинлы командирҙарға ла биреп бармағандар, ә атайыма рөхсәт иткәндәр. Яңыраҡ балаларым Интернет селтәре аша Чернигов кавалерия дивизияһының 1945 йылдың 7 апрелендәге бойороғона юлыҡты. Унда фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта батырлыҡ күрһәтеп, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған яугирҙәр хаҡында яҙылған. Исемлектә атайым да бар.
Икенсе бер документта 1945 йылдың 16 ғинуарынан 18 февраленә тиклем атайымдың яраланған 200-ҙән ашыу һалдат һәм офицерҙы яу яланынан сығарғаны, ауыр йәрәхәтлеләрҙе яҡшы тәрбиәләгәне һәм уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡалғаны өсөн орден менән наградланғаны хаҡында әйтелә.
Атайым һуғыш тураһында бик һөйләп барманы, әммә уның һәр һалдатты бала кеүек ҡарағаны, ихлас ярҙам күрһәткәне мәғлүм.
Ҡәҙерле кешем 1943 йылда “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Тик, ни өсөндөр, наградаларын һаҡламағанбыҙ. Һуғыштан һуң атайым тәүҙә Маҡарҙағы Сталин исемендәге промартелдә урмансы булып эшләне. Һуңыраҡ йомшаҡ күңелле яҡыныбыҙҙы Маҡар балалар йортона завхоз итеп ҡуйҙылар.
Атайымды ла, әсәйемде лә йылы хистәр менән генә иҫкә алам. Улар бер-береһен яратып, хөрмәт итеп йәшәне. Балалар йорто икенсе ауылға күсерелгәс, атайым Маҡар дауаханаһында завхоз булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Ул бер ваҡытта ла һис кемгә тауыш күтәрмәне, әммә уйлағанын, фекерен төплө итеп әйтер ине. Минең өсөн атайҙың һәр кәңәше ҡәҙерле булды.