Көткән көнөбөҙ килеп етте04.08.2015
Яңылышмаһам, Мөхәмәтша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” спектаклендә, бер бай күп аҡса түгеп, кәләшлеккә йәш ҡыҙҙы алыуға өлгәшкәс: “Киткән аҡсам китһә китте, көткән көнөм килеп етте”, — тигәндәй, беҙгә лә шул мәл тыуҙы, буғай.

Йәшерен-батырыны юҡ, ШОС һәм БРИКС саммиттарын Өфөлә үткәреү тураһындағы ҡарарҙы халыҡ төрлөсә ҡабул итте. Берәүҙәр икеләнде, икен­селәр шатланды, бәғзеләр бөтөнләй әллә нимә һөйләп, имеш-мимеш таратты. Ҙур ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуға тотонолған аҡсаны ла һанап маташ­ҡандар булманы түгел. Әммә юғары кимәлдә уҙған йыйындың күп мил­ләттәр өсөн, уларҙың тормош шарттарын үҙгәртеү генә түгел, көс туплау, берләшеү мөмкинлеге икәнен аңла­ғас, күңелгә еңел булып ҡалды.
Айырыуса Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Киләсәктә ниндәй телдәр өйрәнергә кәңәш итерһегеҙ?” тигән һорауға “Урыҫ һәм башҡорт телдәрен өйрәнегеҙ!” тигән яуабы йө­рәккә май булып яғылды. Был шат­лыҡлы хәбәр йәшен тиҙлеге менән радио, телевидение тулҡындары, телефон сымдары аша халыҡҡа таралды. Инде оҙаҡ ҡыуанысҡа булһын.
Донъяға килгән һәр кеше үҙ телендә һөйләшергә, уҡырға, яҙырға тейеш, тимәк, үҙ ерендә, үҙ илендә тулы хоҡуҡлы булып йәшәргә хаҡлы. Ә донъя кимәлендәге ҡануниәт — быуаттар буйы тормош талаптарынан сығып яҙыла килгән хәҡиҡәт ул.
Оло йыйын имен-аман үтте. Был һөйләшеү ябай халыҡ күңеленә йылылыҡ һирпте, донъяның тыныс тороуына бер аҙ ышаныс тыуҙырҙы. Юғиһә һуңғы ваҡытта әле бынан, әле тегенән ишетелеп ҡалған хәүеф-хә­тәр кешелекте хафаға һала. Әлбиттә, бөтөнләй тынысланырға иртәрәк, шулай ҙа көслө илдәрҙең берләшеүе яҡты киләсәккә ышаныс тыуҙыра. Шуға ла дәүләт башлыҡтарының бергәләп һөйләшеп, уртаҡ фекергә килергә тырышыуы, ҡара көстәргә ҡаршы тороу өсөн бер йоҙроҡҡа төйнәнеү кәрәклеге тураһында киле­шеүе — ыңғай күренеш.
Ә инде телде өйрәтеү, уҡытыу мәсьәләһенә килгәндә, Путиндың фекере форумдың иң әһәмиәтле һөҙөм­тәһе булды. Рәсәй Президенты тара­фынан әйтелгән һүҙҙәр ерҙә ятып ҡалмаҫ, күптән көткән мөһим эш артабан ыңғай дауам ителер тигән ышаныста ҡалайыҡ. Президент һүҙҙәрен ғәмәлгә ашырыу урындағы етәкселәр выжданында ҡала, әлбиттә. Халыҡ та үҙ һүҙен әйтер һәм талап итер. Көткән көнөбөҙ килеп етте, буғай.






Вернуться назад