Мәҡсүт халҡының күптәнге хыялы тормошҡа ашты: ауылда мәсет асылды. Байрамда Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин, Сибай ҡалаһындағы “Тәҡүә” мәсетенең имам-хатибы Әғләметдин хәҙрәт Ғәзизов, Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла райондарының имам-мөхтәсибтәре, урындағы етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, күрше ауылдар халҡы ҡатнашты.Йыйынға тәүҙә аят-доға менән фатиха бирелде. Унан ауылдың почетлы гражданы, мәсет төҙөү эшен ойошторған Ильяс Таҡалов сәләмләне.
– Мәҡсүт – районда иң боронғо ауылдарҙың береһе, – тине ул. – Төбәгебеҙҙең 300 йыллыҡ тарихы бар. Уға Түңгәүер ырыуының данлы батыры, 1737-1738 йылғы ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан Мәҡсүт Асҡаров нигеҙ һалған.
Мәҡсүттә заманында абруйлы дин әһелдәре лә йәшәгән. 1866 йылғы документтарға ҡарағанда, ауылда 31 йорт һәм мәсет булған. Ә 1920 йылда бында 62 өйҙә 312 кеше йәшәгәне, ғибәҙәтхана эшләгәне билдәле.
Уҙған быуат башында ауылда дини йолаларҙы оҙаҡ йылдар абруйлы мәзин Кәбир хәҙрәт Исҡужин башҡарған. Шәхестең тыуыуына быйыл – 140 йыл. Дини эшмәкәрлеге өсөн 1931 йылда ауылдан ҡыуылып, ғаиләһе менән Һаҡмар йылғаһы буйындағы туғайҙа йәшәргә мәжбүр булған ул. Изге исеме аҡланғас, кире Мәҡсүткә ҡайтҡан һәм ғүмеренең аҙағынаса хаҡ динебеҙгә хеҙмәт иткән. Шифалы доғаларын, им-томдарын әле лә хәтерләйҙәр.
Былтыр Мәҡсүт халҡы Аллаһ йортон тергеҙеү, уға Кәбир хәҙрәттең исемен биреү мәсьәләһен күтәреп сыҡты. Һөҙөмтәлә бер нисә йыл буйы буш торған мәктәп бинаһын үҙгәртеү, яңы манара ҡуйыу эше өмә менән башҡарылды. Берҙәмлектә – көс: изге йорт тиҙ арала әҙер булды. Күркәм байрамға төрлө тарафта йәшәгән ауылдаштар, бихисап ҡунаҡ йыйылды.
– Бөгөнгө сара – мәҡсүттәр генә түгел, ә тотош район һәм республика халҡы, барлыҡ мосолмандар өсөн шатлыҡлы ваҡиға, – тине тәбрикләү һүҙендә Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин.
Артабан сығыш яһаған һәр кем Аллаһ йортоноң ауыл ҡото, иман нуры таратҡан урын булараҡ халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен теләне. Тиҙҙән мәсет манараһынан тәүге аҙан тауышы яңғыраны. Аҙаҡ Нурмөхәмәт хәҙрәт Ҡашҡар, Исҡужа, Йылайыр ауылдарындағы иман йорттарында булды. Изге сәфәрҙән ҡәнәғәт ҡалып, барлыҡ Йылайыр районы мосолмандарына сәләмәтлек, донъя именлеге, бәхет-бәрәкәт теләне.