Өс быуатлыҡ яҙмыш01.08.2015
Райман ауылы 300 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ул – бөгөн һәр яҡтан үҫешкән, иҡтисади һәм социаль яҡтан тәьмин ителгән ауылдар иҫәбендә.

Бында 1320 кеше йәшәй, был күрһәткес йылдан-йыл арта. Төҙөлөш эштәре гөрләп тора. Һуңғы ярты йылда ғына 700 квадрат метр майҙанда торлаҡ төҙөлгән. Ауылда мә­ҙәниәт һарайы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, мәктәптә тәжрибәле уҡытыусылар белем бирә. Эшҡыуарлыҡ үҫешә.
Район етәкселеге халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн байтаҡ эш башҡара. Һуңғы ике йылда ғына 277 йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” үткәрелгән. Болон, Ялан, Тыныслыҡ урамындағы юлдарға ҡом-ҡырсынташ түшәлгән. Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарға, тылда эшләгәндәргә һәйкәл ҡуйылған.






Вернуться назад