Генералды тәбрикләнеләр01.08.2015
Ошо көндәрҙә Башҡортостанға эш сәфәре менән отставкалағы армия генералы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҡташыбыҙ Мәхмүт Гәрәев килде.

Шишмә районының Сәлих ауылында Мәхмүт Гәрәевтең исемен йөрөткән хәрби Дан музейы эшләй. Быйыл бында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында яңы стела асылды. Ауылда ветерандың ата-әсәһе ерләнгән. Уларҙың ҡәберенә баш эйгәндән һуң, Мәхмүт Әхмәт улы район хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов менән осрашты.
Артабан ветерандың эш сәфәре Өфө ҡалаһының Дим районы биҫтәһендә дауам итте. Бында ул мәктәп уҡыусылары менән осрашып, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.





Вернуться назад