Эштең ҡыҙған мәле01.08.2015
Баҫыуҙарҙа ураҡ эше ҡыҙа. Көндәрҙең аяҙ тороуы эште йылдам алып барыуға көс, дәрт бирә.

Бөгөнгә республикала иген культуралары 66, 06 мең гектарҙа (17 процент) сабылған, шуның 31, 3 мең гектары (8 процент) һуғып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 21, 4 центнер тәшкил итеп, бөтәһе 67, 07 мең тонна иген йыйылған. Был күләмдең алтынан бер өлөшө Стәрлетамаҡ районына тура килә.
Ун алты район хужалыҡтары борсаҡ сабыуға төштө, ә һигеҙендә һуға башланылар. Әлегә 1, 4 мең гектар майҙандан уңыш йыйылған.



Вернуться назад