Эфир ваҡыты бүленде01.08.2015
Күмертау һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙа теркәлгән кандидаттар бушлай эфир ваҡытын бүлеште. Үҙәк һайлау комиссияһы радио, телевидениела кандидаттар өсөн йәрәбә үткәрҙе.
Башҡортостан юлдаш телеканалы, «Юлдаш» радиоһы, «Рәсәй» (Рәсәй-1) телеканалы һәм «Рәсәй радиоһы»ның төбәк эфирында сығыш яһауға йәрәбә һалыуҙа кандидаттар һәм һайлау берекмәләре вәкилдәре ҡатнашты. Округ буйынса бөтәһе биш кандидат теркәлгән. Улар — ЛДПР-ҙан «Үҫеш» сауҙа-төҙөлөш компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Артем Дьяченко, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән «Стройинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директор урынбаҫары Александр Никитин, «Берҙәм Рәсәй»ҙән «Акрополь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Хәйҙәр Ғайсин, КПРФ-тан «Урал ресурстары» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең арбитраж идара итеүсеһе Николай Гладилов, «Рәсәй патриоттары»нан шәхси эшҡыуар Максим Варламов.
Туймазы округы буйынса депутатлыҡҡа кандидаттар араһында эфир ваҡыты бүлеү буйынса йәрәбә 23 июлдә үтте.
Сентябрҙә ике һайлау округында Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау ойошторола. Үҙәк һайлау комиссияһы Туймазы һәм Күмертау һайлау округтары буйынса өҫтәмә һайлау тәғәйенләне.
Ҡоролтай депутаттары Константин Чистяков менән Андрей Макаровтың вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле ике мандат алмаштырыла.